Яңыраҡ ошондай әңгәмәнең шаһиты булырға тура килде. “Иртәнсәк тороп тышҡа сыҡһам, бесәй бер бәләкәй генә йәнлекте сиҙәмгә һуҙып һалған да уға ҡарап ултыра.
Мин битараф ҡына, берәй сысҡан-фәләнде тотҡандыр, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә минең фараз дөрөҫкә сыҡманы. Бесәй ҡорбаны сысҡандан саҡ ҡына ҙурыраҡ икән. Төҫө лә башҡа. Ҡорһағы, баш-муйын аҫты һәм тәпәй остары аҡ. Арҡаһы, баш-муйынының өҫ яғы көрән. Йөнө ҡуйы. Аяҡтары ҡыҫҡа. Тырнаҡтары осло. Муйыны оҙон. Башы бәләкәй. Тештәре үткер. Күҙҙәре бер аҙ алға сығып тора. Аптырап ҡуйылды, бындай йәнлекте бер ҙә күргән юҡ ине. Әллә үҙе урмандан беҙгә килгән, әллә бесәй уны урмандан тотоп алып ҡайтҡан. Шул арала малын көтөүгә ҡыуып ҡайтып килгән күршене ҡул болғап саҡырып алдым. Ул бесәйҙең табышына ҡарап баш сайҡап ҡуйҙы. “Күрше айыу алған икән, тип йүгереп килгән булам бит әле (төрттөрмәһә, исеме юғалыр инеме икән). Ә бына бының исемен белмәйем. Бик ҡурҡыныс йәнлек икәнен генә беләм. Ярай әле, үҙеңә ташланмаған (төрттөрөүе инде). Бесәйеңә рәхмәт әйт, уны мәлендә тотоп өлгөргән. Тегеләй булһа, иртән тороуыңа ҡаҙ-тауыҡтарыңдан ҡолаҡ ҡаҡҡан булыр инең”.
Күршегә ҡарап көлөмһөрәй биреп ҡуям. Ҡаҙ суҡышынан әҙ генә оҙонораҡ булған был йәнлек нисек итеп шундай ҙур ҡаҙҙы үлтерә алһын инде!? Минең өнһөҙ һорауға күрше-белгес ошолай яуап бирә: “Ҡаҙҙың муйынына урала ул. Шунан һыға. Тәне үтә һығылмалы бит”. Әллә күрше шаяртты, әллә ысынды һөйләне!?
Минең мәҡәлә бына ошо йәнлеккә арнала. Уның исеме йәтсә була. Урыҫтар уны «ласка» тип йөрөтә. Әңгәмәсенең күршеһе дөрөҫ әйтә: был йәнлек йыртҡыстар төркөмөнә ҡарай. Ғалимдәр белдереүенсә, йәтсә тотош ил буйынса йыртҡыстарҙың иң бәләкәйе булып иҫәпләнә. Уның кәүҙә ауырлығы ни бары 100 грамм самаһы ғына. Йәтсәнең төп ҡорбаны - сысҡан (һәм башҡа кимереүселәр). Был турала халыҡ ижадында ошолай телгә алына.
Күлдән көшөл типтем, тип,
Әтәлге ҡош маҡтанып,
Мәңге ҡыйғыр була алмаҫ.
Ярҙан сысҡан типтем, тип,
Көнгөнән ҡош маҡтанып,
Мәңге йәтсә була алмаҫ.
Белгес-күршенең тауыҡ-ҡаҙ тураһындағы мәғлүмәте лә дөрөҫ. Йәтсә уларҙы бигерәк ярата. Һарайға бер эйәләшеп алһа, ҡаны үтә ҡыҙып китә уның. Бер төндә барлыҡ тауыҡтарҙы үлтереп, уларҙы теҙеп һалып ҡуя. Хатта йомортҡаларын тишеп эсеп бөтә. Бигерәк тә ҡаҙ бәпкәләрен “ярата”. Уларҙың береһен дә имен ҡалдырмай, үлтереп сыға. Үҙенән күпкә ҙур ҡуянды ла харап итеүе бар. Йәтсәнең төп ҡоралы - уның тештәре. Ҡорбанының муйынына урала һәм үткер тештәрен баш һөйәге аҫтына батыра. Бына ошондай ҡурҡыныс йыртҡыс йәнлек ул йәтсә.
Бәләкәй генә был йән эйәһе үҙенең үтә ҡанһыҙлығы менән билдәле. Шуға күрә уның урыҫса матур «ласка» тигән исеме есеменә тура килмәй. Латин телендәге исеме дөрөҫлөккә тап килә былай. Ул “ҡарҙан да ағыраҡ” тигәнде аңлата. Был ысынлап та шулай. Йәтсә йәйге көрән төҫөн ҡышын ап-аҡ тунға алыштыра. Уның аҡ ҡар өҫтөндә баҫып торғанын күреп тә булмай. Бары тик ике ҡарағусҡыл күҙе генә белгертә. Ласка исеменә ошондай тарихи аңлатма бар. Борон йәтсәне кеше эйәләштергән һәм үҙ өйөндә тотҡан. Бигерәк тә бала йәтсә кешегә бик тиҙ өйрәнгән. Тора-бара ул ғаиләнең һөйкөмлө (ласка исеме ошоға бәйле) бер ағзаһына әйләнеп киткән. Хатта хужаһына эйәреп эт һымаҡ урманға йөрөгән. Өйҙә сысҡандарҙы аяуһыҙ ҡырып, кешегә ярҙам иткән. Ошолай матур ғына донъя көткән мәлдә бәлә килгән - көтмәгәндә кеше ғаиләһенә бесәй килеп ингән. Ни сәбәптәндер кеше уны яҡыныраҡ күргән. Бесәй, әлбиттә, үҙ сиратында, “өйҙәшен” шунда уҡ юҡ иткән. Шунан бирле йәтсә урманда, ә бесәй кеше өйөндә көн күрә башлаған.
Минеңсә, шул мәлдән башлап йәтсә кешегә бик ныҡ үпкәләгән. Бәлки, шуға күрә лә ваҡыты менән ул ауылға килеп, тауыҡ-ҡаҙын аяуһыҙ ҡырып, үҙ үпкәһен шулай белгертеп китәлер. Әйткәндәй, кешенең атын да үҙ итмәй йәтсә. Ат тотҡан кешеләр беләләр, ваҡыты менән төнгөлөккә ҡырға ебәрелгән ат лысма тир булып ҡайтып инә. Шуныһы аптырамалы, аттың ялы гел үреүле була. “Малҡайымды шүрәле менеп йөрөп, аҡ күбеккә төшөргән, ялын сәс һымаҡ үреп бөткән”, - тип көйәләнә күптәр. Ә шулай ҙа, был йәтсәнең генә эше, тип иҫәпләүселәрҙең фекере дөрөҫтөр. Улар әйтеүенсә, был йәнлек аттың әсе тире менән сыҡҡан тоҙҙо ялай. Атҡа һикереп менә һәм уның ялын ишә башлай. Был, әлбиттә, атҡа оҡшамай. Ул тыпырсына һәм тулай башлай. Әммә тыпырсынған-тулаған һайын ул нығыраҡ тирләй. Төнө буйы аттан төшмәй йөрөй йәтсә. Ваҡыты менән ат аҙбарына ла килеп киткеләй ул. Был мәлдә иртән хужаны лысма тир булған ат ҡаршылай.
Йәтсәнең йәшәү рәүеше лә бик үҙенсәлекле. Ул оя төҙөп этләнмәй. Күберәген ҡорбандарының өңөн үҙ өйө итеп ала. Һис булмаһа, тәбиғи ҡыуышлыҡтарҙа көн күрә. Ул кәбән төбөндә лә, ерҙә ҡолап ятҡан ағас аҫтында ла һәм башҡа ошондай урындарҙа ла үҙен һәйбәт тоя. Яҙ аҙағында йәтсәләрҙең яңы ғаиләләре барлыҡҡа килә. Инә йәтсә балалар өсөн ояны йылыта. Оя эсенә ҡоро үлән, мүк, япраҡ ташый һәм түшәй. Бер ай самаһы ваҡыт үткәс, дүрт-биш балаһы донъяға килә. Яңы ғына тыуған балаһының ауырлығы ни бары 1,5 грамм була. Балалар бәләкәй, уларҙы аяҡҡа баҫтырыр кәрәк. Әммә был ваҡытҡа атайҙан күптән елдәр иҫкән була. Ата йәтсә балалар ҡарау-тәрбиәләүҙә бөтөнләй ҡатнашмай, ул айырым йәшәргә ярата. Бар донъя хәстәрлектәре әсәй елкәһенә төшә. Ул балаларын ҡарай, тәрбиәләй, һунар серҙәренә һәм башҡаһына өйрәтә. Өс-дүрт ай үтеүгә йәш йәтсәләр тамам үҫешеп етә. Шул мәлдән башлап яңы быуын үҙаллы донъя көтә башлай.
Ә шулай ҙа мәҡәләне, йәтсә – йыртҡыс бит ул, тигән фекерҙә тамамларға нишләптер күңел тартмай. Әгәр йәтсә булмаһа, урман-яланда сысҡандар үтә шашып үрсеп китер, бар донъяны баҫып алыр ине. Ә тауыҡтарға килгәндә инде... Берҙән, ул көн һайын ауылға килеп тауыҡ-ҡаҙ ҡырып йөрөмәй. Икенсенән, бындай аяуһыҙлыҡта кешенең ғәйебе лә бар һымаҡ. Өсөнсөнән, йыртҡыс исемен күтәреп йөрөгәс, уны аҡларға ла кәрәктер инде...