Беҙҙең Бөрйәндә, мәмерйәләр хаҡында һүҙ сыҡһа, иң беренсе, әлбиттә, Шүлгән-Таш мәмерйәһен телгә алабыҙ. Ләкин районда башҡа ваҡ мәмерйәләр ҙә байтаҡ.
Һарт яғындағы бер мәмерйәгә өсөнсө тапҡыр барҙым инде. Тәүгеһендә 8-се класта уҡығанда класыбыҙ менән барғайныҡ.
Ауылда башланғыстарҙы уҡытҡанда, балаларҙы Яуымбайҙағы Ташөйгә алып барҙым. 1984 йыл ине. Мишәр туҡталышынан Ҡурғашлыға тиклем бер машинаға ултырып барғанды иҫәпкә алмағанда, шул бәләкәй балалар менән йәйәү барып, йәйәү ҡайттыҡ. Нәби мәктәбе уҡыусылары, ҡурсаулыҡҡа китеп барышлай, Ташөйгә һуғылып, беҙгә иптәш булдылар.
Мәмерйәгә ике уҡыусы егет алып инде. Минең юлда батыр ғына барған уҡыусыларым, мәмерйәнең ауыҙын күреү менән, ҡайһыныһы, уй, аллаҡайым, тип, ҡайһыныһы илашып, һис ингеләре килмәне. Аптырап киттем, бушҡа килгәнбеҙ булып сыға түгелме... Ярай, тора торғас, ике малай инергә булдылар. Имгәкләп инеп киттек. Алдан ике ҙур малай, шунан минекеләр, иң арттан - мин. Бишебеҙгә ике фонарь. Ҡараңғыла имгәкләп барғас, күпме барғаныңды ла белеп булмай, шомло, бер тауыш юҡ. Бер малайым, боролайыҡ, тей башланы. Алдағылар, хәҙер барып етәбеҙ, тип йыуаталар. Әллә ней ҙур кәүҙәле булмаһам да, мин дә кирегә борола алмайым.
Ниһайәт, ҙур бер залға барып индек. Тороп, тирә-яҡты ҡарайбыҙ. Түшәме бейек кенә. Төптәрәк һыу йыйылып ята. Бүлмәләр өҫкә ҡарай артабан да китә, әммә башҡа барманыҡ.
Кире сыҡҡанда ҡурҡыныс булманы. Малайҙарымдың да түбәләре күккә тейҙе.
Һарт яғындағы был мәмерйәгә Йәмил Ҡотлобаев етәкселегендә 1991 йылда уҡыусыларҙы алып барғайныҡ. Башта шулай уҡ байтаҡ ҡына шыуышып бараһың унда ла. Унан ҙур бүлмәләр китә. Сталактиттар һәм сталакмиттар ҙа бар ине был эсе ҙур ғына мәмерйәлә. Музейҙа һаҡлана берәүһе - малайҙар һындырып алғандар. Таш майы, тип әйтә торғайныҡ уны.
Икенсеһендә бер үлгән һыйыр малы ята ине һәм ҙур ғына боҙо ла бар ине. Шуға «боҙло мәмерйә» тип исем ҡушҡайныҡ. Әле боҙо юҡ.
Былтыр Иҙелдән аҡҡанда, балаларым менән Тимер ауылы янындағы Кәмәсыҡҡандағы мәмерйәгә лә инеп сыҡтыҡ. Иң хайран иткәне - түшәмдәге ике күҙ булды.
Бына быйыл көҙ, 47 йылдан һуң, тәүге күргән мәмерйәгә ҡабат барырға насип булды. Өсөнсөгә. Инергә нишләптер баҙнат итмәнем, олоғайыу ғәләмәтелер.
Мәмерйәләр донъяһы - үҙе бер серле мөғжизә. Бөрйәнебеҙҙә бындай мөғжизәләр байтаҡ.