Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
5 Сентябрь 2020, 14:00

ТОРМОШ ЮЛДАРЫ ҠАТМАРЛЫ...

Өфөлә уларҙы поезға тейәйҙәр һәм улар Көнсығышҡа ҡарай юлға сығалар. Вагондар һыуыҡ. Ҡап уртала ултырған тимер мейес вагондың бөтә мөйөштәрен дә йылытып еткерә алмай. Көнөнә бер нисә мәртәбә исем өсөн генә ашаталар. Иң беренсе балалар, өлкән йәштәгеләр үлә башлай. Нисек кенә һаҡларға тырышмаһындар, дүрт йәше менән барған ҡыҙҙары үлеп ҡала. Баланың мәйетен бер станцияла ата-әсәһенең ҡулынан тартып алып ҡалалар.

Өфөлә уларҙы поезға тейәйҙәр һәм улар Көнсығышҡа ҡарай юлға сығалар. Вагондар һыуыҡ. Ҡап уртала ултырған тимер мейес вагондың бөтә мөйөштәрен дә йылытып еткерә алмай. Көнөнә бер нисә мәртәбә исем өсөн генә ашаталар. Иң беренсе балалар, өлкән йәштәгеләр үлә башлай. Нисек кенә һаҡларға тырышмаһындар, дүрт йәше менән барған ҡыҙҙары үлеп ҡала. Баланың мәйетен бер станцияла ата-әсәһенең ҡулынан тартып алып ҡалалар.
-Рядовой Мирсаяпов, ни өсөн ҡырынмағанһың?
-Иптәш прапорщик, мин иртәнсәк кенә ҡырындым. Взвод командиры урынбаҫары быны раҫлай ала.
Һүҙгә миңә лә ҡыҫылырға тура килде:
-Иптәш прапорщик, рядовой Мирсаяпов иртәнсәк кенә ҡырынды. Эш шунда, уға көнөнә ике тапҡыр ҡырынырға тура килә. Сөнки уның тәбиғәте шулай.
Рота старшинаһы прапорщик Пучков миңә ышандымы икән, башҡаса һүҙ ҡуйыртманы һәм рота канцелярияһына инеп китте. Ул беҙҙең ротаға яңыраҡ килгәйне.
Мин иһә Мирсаяповҡа, шаяртып: “Һин, давай, көнөнә өс мәртәбә ҡырын”, - тип команда бирҙем.
Был егет беҙ бер йыл хеҙмәт иткәс килгәйне. Алтай крайының Рубцовск ҡалаһынан ине. Армияға хеҙмәткә киткәнгә тиклем үк йылдан артыҡ “Алтайсельмаш” ауыл хужалығы өсөн ер эшкәртеүсе агрегаттар етештереүсе заводта йөк машинаһында эшләгән.
- Атайым мин икенсе класта уҡығанда уҡ вафат булды. Әсәйҙең дә һаулығы самалы ине. Шуға күрә мине армияға бик оҙаҡ алманылар. Егерме беренсе йәшемдә саҡ эләктем, - тине ул бер мәл.
Беҙҙең рота ғәйәт ҙур хәрби аэродромды һаҡлау бурысын үтәне. Аэродромдағы постарҙы машина менән йөрөп алмаштыралар ине. Сергейҙең хеҙмәте ошо. Йәғни ҡарауыл машинаһы водителе.
Баштан уҡ был егет миңә тартылды. Беҙ яҡын дуҫтарға әүерелдек. Мин уны татар егетелер, тип уйлай инем, ә ул башҡорт булып сыҡты. Әсәһе рус милләтенән икән. Сергейҙең башҡорт булыуын белгәс, мин унан барыһын да ентекләп һораштым. Уларҙың ғаиләһенең яҙмышы китап яҙырлыҡ булып сыҡты.
Ошо көнгә тиклем 45 йыл үтте. Уларҙың яҙмыш тарихын күп тапҡыр гәзит уҡыусыларға еткерергә ынтылып ҡараным, тик ҡул тартманы. Һәм, ниһайәт, быйыл яҙ «Рәсәй 1» каналынан “Зөләйха күҙҙәрен аса” сериалын күрһәттеләр. Уның беренсе серияһын ҡарағас та Сергей ваҡиғаһын яҙырға булып киттем.
Артабан – һүҙ Сергейгә...
-Башҡортостан – минең ата-бабаларымдың тыуған төйәге. Әммә уны күргәнем юҡ. Атайым да унда тыумаған. Олатайым менән өләсәйем 1923 йылда өйләнешәләр. Шуны ғына әйтә алам – олатайым өләсәйемдән алты йәшкә оло була. Шуныһы йәл, уларҙың ҡайһы райондан икәнлектәрен әйтә алмайым.
Олатайымдың да, өләсәйемдең дә ата-әсәһе хәлле кешелер була. Шуға күрә улар ыңғай ғына донъя көтөп алып китә. Өләсәйем: “Олатайың ғәҙәттән тыш эшсән кеше ине”, - тип әйтә торғайны.
Ул заман өсөн ҙур итеп өй һалып сығалар. Олатай урыҫ ҡапҡаһы ла эшләп ҡуя. Бындай ҡапҡа ауылда ғына түгел, яҡын-тирә ауылдарҙа ла булмай.
Малдары ишәйә. Өләсәйҙең, малыбыҙ ныҡ үрсеп китте, тигәне хәтерҙә. Өс балалары тыуа. Өлкән улдары 1924 йылғы. 1926 йылғы ҡыҙҙары була 1929 йылда йәнә бер улдары тыуа. Ә минең атай 1931 йылда Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Иртыш буйында урынлашҡан Семей тигән ауылда тыуған. Ни өсөн атайың бөтөнләй сит ерҙә тыуған, тип һорарһың.
1930 йылдың февраль айында ҡыш өҫтөндә олатайымды бөтә ғаиләһе менән һөргөнгә ебәрәләр. Кулак тип ауылдаштары ебәрә. Сөнки уларҙа башҡаларҙа булмаған ҡул сепараты, самауыр була. Бер ваҡытта ла ялсы тотмағандар, барлыҡ эштәрҙе үҙҙәре башҡарғандар. Эшсән кеше хәлле йәшәй инде. Ялҡауҙар ауылда хужа булып ала. Олатайымдарҙы алып китер-китмәҫтән уларҙың өйөн ауылдаштары талай ҙа башлай. Ауылдың иң ялҡауы булған берәү самауырҙы ҡултығына ҡыҫтырып сығып китә... Малдарын колхоз һарайына алып китәләр. Өйҙәрен мәктәп итәләр. Бер нисә сәғәт эсендә бөртөкләп йыйнаған донъялары юҡҡа сыға.
Өфөлә уларҙы поезға тейәйҙәр һәм улар Көнсығышҡа ҡарай юлға сығалар. Вагондар һыуыҡ. Ҡап уртала ултырған тимер мейес вагондың бөтә мөйөштәрен дә йылытып еткерә алмай. Көнөнә бер нисә мәртәбә исем өсөн генә ашаталар. Иң беренсе балалар, өлкән йәштәгеләр үлә башлай. Нисек кенә һаҡларға тырышмаһындар, дүрт йәше менән барған ҡыҙҙары үлеп ҡала. Баланың мәйетен бер станцияла ата-әсәһенең ҡулынан тартып алып ҡалалар.
Новосибирскиға барып еткәндә март аҙаҡтары була инде. Көндәр яйлап йылыта башлай. Тотҡондарҙың һаны был ваҡытта байтаҡҡа кәмегән була. Тере ҡалған, миктәгән тотҡондарҙы вагондарҙан төшөрөп, көньяҡҡа табан - Барнаул яғына барған поезға тултыралар һәм апрель урталарында Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенә барып етәләр. Олатайымдарҙың юлының осо ошо ерҙә була.
Килтерелгән халыҡты “спецпереселенецтар” тип йөрөтәләр. Улар ошо ерҙәрҙә колхоз төҙөп, иген үҫтерергә тейештәр икән. Был урын төньяҡтан Алтай крайы, Көнсығыштан Ҡытай дәүләте, көньяҡтан Алма-Ата өлкәһе, көнбайыш яҡлап Павлодар өлкәһе менән сиктәш. Барлыҡ халыҡ землянка ҡаҙа башлай. Тәүге ҡышты шунда ҡышлайҙар.
Төрлө урындан йыйылған иң эшсән кешеләр ике йылда бынамын тигән колхоз төҙөйҙәр.
1931 йылда атайым донъяға килә. Халыҡ бер-береһенә ярҙам итеп, өйҙәр һала башлай. Өләсәйем һарыҡ фермаһында эшләй, олатай һыйырҙар көтә.
Был ерҙәр уңдырышлы булып сыға. Ҡайҙа ҡарама – иген баҫыуҙары. Өләсәйемдең, беҙҙең ике генә район бөтә Монголия етештергән игендән күпкә артығыраҡ иген етештерә, тип яҙа торғайнылар, тигәне хәтерҙә.
Килгән ерҙәрендәге тормош ҡыуылып киткән ерҙәрендәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булып сыға. Ә олатайым: “Башҡаса ауылыма аяҡ та баҫмаясаҡмын. Сөнки ауылдаштарымды күргем килмәй. Әйтеп ҡуям – берегеҙ ҙә бармағыҙ унда. Ҡарағыҙ уны”, - тип киҫәтеп ҡуйған.
Һуғыш башлана. 1942 йылда өлкән улдары һуғышҡа китә һәм 1944 йылда һәләк була. Ә олатайым 1942 йылдың көҙөндә һуғышҡа алына, 1943 йылда Харьков янында һәләк була.
Өләсәйем бирешмәй. 1929 йылғы улы үҫмер ҡорона инә. Унан 2 йәшкә генә кесерәк атайым да ҡул араһына инә башлай.
Һуғыш йылдарында артыҡ асыҡмайҙар. Әйттем бит, иген уңа торған ерҙәр була был урындар.
Һуғыш бөтә. Атайымдың ағайы һуғыштан ҡайтҡас, Усть-Каменогорск ҡалаһында эш башлай. Әле лә шунда йәшәй.
Атайым 1953 йылда армиянан ҡайтҡас, Рубцовск ҡалаһына төйәкләнә һәм рус ҡыҙына өйләнә. Мин 1954 йылда шул ҡалала тыуғанмын. Өләсәйем үлгәнсе шул ауылда йәшәне. Иртәрәк вафат булды ул – 57 генә йәштә ине.
Онота яҙғанмын, өләсәйем олатайымдың васыятын үтәмәй, 1960 йылда үҙенең тыуған ауылына ҡайтып килә. Ҡыуылып киткән ауылына бармай. Кире килгәс: “Ундағы тормош был яҡтағынан күпкә насар”, - тип әйткән, тиҙәр.
Атай менән әсәйем 10 йыл ғына йәшәй алдылар, 1963 йылда атайым вафат булды.
Мин яртылаш урыҫ, яртылаш башҡортмон. Паспортыма башҡорт тип яҙылған ине. Паспортым военкоматта ҡалды.
Атай иҫән сағында минең менән бер аҙ башҡортса һөйләшә ине. Ул үлгәс, телде оноттом. Ошо ротаға килгәс, башҡорт егеттәрен - һеҙҙе күреп, бик ҡыуандым.
Ун класты бөткәс, шоферлыҡҡа уҡыным, эшкә урынлаштым. ГАЗ-66 машинаһын йөрөттөм. Армиянан ҡайтҡас та шул уҡ заводҡа эшкә барырмын тип уйлайым.
...Егет: “Башҡортостан тураһында һөйләгеҙсе”, тигәс, бөтә оҫталығымды һалып, уға беҙҙең республика тураһында бәйән иттем. Аҙаҡтан: “Һин, Серега, армиянан ҡайтҡас, нисек булһа ла олатайыңдың ауылын эҙләп тап, ул ауылға бар”, - тип өгөтләнем. Барасаҡмын, тине.
-Әсәйем ауырый, тип мин һеҙгә әйткәйнем инде, - тип һүҙен дауам итте Сергей. – Бер мәл әсәй: “Армияға бик тә барам, тиһәң, кәләш алып кит. Тик ул кәләшең минең менән ҡалырға һәм ике йыл буйы беҙ һине икәүләп көтөргә тейешбеҙ. Тимәк, ул ҡыҙ шул тиклем ябай, кешелекле булырға тейеш”, - тип һалды.
Хоҙай бирһә бирә бит – көтмәгәндә, уйламағанда фәҡәт әсәйем теләгән ҡыҙҙы кәләш итеп алдым бит. Ә быға тиклем кәләш алыу уйымда ла юҡ ине.
Хәл былай булды. Беҙ, шоферҙар, туҡтауһыҙ төрлө яҡҡа РТП-ларға завод етештергән запас частәрҙе ташыйбыҙ. Бер мәл, 1974 йылдың мартында, Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенә ГАЗ-66 машинаһы менән йөк алып барҙым. Ҡайтыу юлында көслө буран сыҡты.
Бер ҙур ғына ҡасабаны үтеп барғанда юл ситендә баҫып торған ҡыҙҙы ултыртып алдым. Бик йоҡа кейенгән ине. Ныҡ ҡына өшөгән. Машинаны туҡтатып, термостан ҡайнар сәй эсерҙем, һәр ваҡыт кабинала йөрөгән йылы фуфайканы кейҙерҙем.
Һөйләшеп киттек. Ул Рубцовскиҙа бер дауаханала медсестра булып эшләй икән. Атайһыҙ үҫкән. Исеме Ирина.
Буран көсәйҙе. Беҙ инде Ҡаҙағстан сиген үтеп, Алтай крайына ингәйнек. Бара торғас, алда машиналар йыйылып киткәнен күрҙек. Алға ла, артҡа ла барырлыҡ түгел. Беҙҙең арттан да шул арала байтаҡ машина йыйылып китте.
Иң беренсе мин бактағы бензин күпме икәнен самалап иҫәпләп сығарҙым. Бер һүндереп, бер тоҡандырып ултырғанда, таңға тиклем яғыулыҡ етер һымаҡ.
Күп тә үтмәне, Иринаның аяғы өшөй башланы. Ул аяҡ кейемдәрен сисеп, сиденьеға аяҡтарын бөкләп ултырҙы.
Тәҙрәнән һулаҡай яҡлап ике саҡырым самаһы ерҙә ҙур ғына ауыл уттары күренә. Иринаға: “Әйҙә, машинаны ҡалдырып, анауы ауылға киттек. Юғиһә һеҙ һыуыҡ үткәрәсәкһегеҙ”, - тип өндәштем. Риза булманы. Ят егет менән ниңә ҡайҙалыр барырға тейешмен, тигәндер. Әммә артабанғы ваҡиғалар беҙҙең өсөн үтә хәүефлегә әйләнеп китте.
Арттағы машиналарҙа өс егеттең иҫерек булыуы асыҡланды. Иҫеректең дә төрлөһө була. Зыянһыҙы ла булыуы мөмкин. Әммә былар үтә ҡурҡыныс әҙәмдәр булып сыҡты. Улар минән: “Ҡыҙҙы беҙгә бир”, - тип талап иттеләр. Беҙ Ирина менән нисек етте шулай машинанан төшөп, ауыл яғына йүгерҙек. Ҡар тәрән түгел. Иринаның итегенә тулды шулай ҙа. Мин ботинка кейгәйнем, ҡар инмәне.
Йән фарман ауылға барып индек. Урамда трактор арбаһы торған өйҙөң ҡапҡаһын шаҡый башланым. Бер аҙҙан үҫмер малай килеп сыҡты. Тик беҙҙең ят кешеләр икәнде күргәс, кире өйөнә йүгерҙе. Күп тә үтмәй, майка өҫтөнән фуфайка кейгән бик ҙур кәүҙәле ҡаҙаҡ кешеһе килеп ҡапҡаһын асты.
Беҙ хужа менән бергә өйгә индек. Үҙебеҙ менән нимә булғанын һөйләп бирҙек. Хужа кейенә башланы ла: “Бына нимә, мин хәҙер совхоз гаражынан тракторымды алып киләм. Барып, машинаңдың һыуын түгеп килербеҙ. Ҡара әле, әллә бер-ике егетте лә эйәртәйекме? Теге егеттәрҙе тотоп өшкөрөп алыр инек”, - тине.
Мин был тәҡдимгә риза булманым. Хужа әйләнеп килгәнсе, хужабикә беҙгә сәй эсерҙе. Ул арала трактор тауышы ишетелде. Хужа барыбер мине тыңламаған, үҙе менән бер егетте лә алған.
Беҙ өсәүләп колонна яғына киттек. Беҙ барғас, теге өс егеттең колоннаның ал яғына ҡасҡанлығы асыҡланды. Трактор килгәнен күреп, алға йүгерҙеләр, тинеләр.
Ҡаҙаҡ, әйҙә, эҙләп табайыҡ, тиһә лә йәнә риза булманым. Теге әҙәмдәр язаһыҙ ҡалды.
Байтаҡ ҡына этләнә торғас, минең машинаны бер аҙ ситкә алып ҡуя алдыҡ. Һыуын да түктек. Унан ауылға кире барҙыҡ. Ирина йоҡламай ине әле. Һеҙҙең ҡайтҡанығыҙҙы көттөм, тине.
Мин шул мәлдә беренсе тапҡыр уның йөҙөнә текләп ҡараным. Йә, Хоҙай, бына кем буласаҡ минең тормош юлдашым... Ошо уй йәшен тиҙлегендә мейене киҫеп үтте.
Иртәнсәк мин тороуға хужа ағай аяғөҫтө ине инде.
-Радиаторыңа йылы һыу әҙер. Фләгәгә ҡойоп алырбыҙ, - тине. Тракторын да гараждан барып алған.
Күрше бүлмәнән Ирина ла уянып килеп сыҡты.
Был хужалар хәҙер беҙҙең ғаиләнең яҡын дуҫтарына әйләнде. “Беҙҙең”, тейем, Ирина минең кәләшем хәҙер. Әсәйем менән өйҙә мине көтәләр. Ярты йәшлек ҡыҙыбыҙ бар.
Ошо хәлдәрҙе һөйләне Сергей.
Дөрөҫөн әйткәндә, ул заманда армияға кәләш алып барғандарҙы ныҡ ҡына ыҙалаталар ине. Мәрәкәләп, хатта артыҡ ҡыландырып ебәрәләр ине. Ни тиһәң дә, кәләш өйҙә ҡалған, ә һин әллә ҡайҙа, тигәндәй.
Бер мәл Хрипунов фамилиялы бер егет, хеҙмәт итә башлауына биш ай тулғанда ҡыҙы тыуыуы тураһында хәбәр алып, сиҙәмгә ятып иланы.
Һалдат ирекле ҡош булырға тейеш, тигән фекер йәшәй ине ул саҡта.
Сергей минең иң яҡын дуҫым булды. Дембель альбомымдың беренсе битендә үҙемдең фотом торһа, икенсе битендә – Сергейҙыҡы. Ә уның альбомының икенсе битендә – минең
һүрәт.
Беҙ дембелгә ҡайтырға тип автобусҡа тейәлгәндә Сергей илап ебәрҙе. Күҙ йәшен күрһәтмәҫ өсөн ул тиҙ генә казармаға инеп китте.
Татуировка эшләргә оҫта ине ул. Минең һулаҡай беләгемдә ул эшләгән бер һүрәт һаҡлана. Арҡаға ла эшләй башлаған ине, ныҡ ауыртҡас, туҡтатырға тура килде. Ни тиһәң дә, өс энәне еп менән бергә нығыта ла, ҡараға төртөп, нөктә сәнсеп эшләй ине.
...Олоғая килә хеҙмәттәштәремде һағынам. Бик яҡын егеттәр бар ине. Нисәмә милләт вәкилдәре бик татыу йәшәнек.
Хеҙмәт аҙағы яҡынлашҡанда ике туйҙа ла булырға тура килде әле ул. Сибай ҡалаһынан булған ике игеҙәк егет – Володя һәм Саша – икеһе лә өйләнделәр. Икәүһе лә туйға саҡырҙылар. Былай ғына саҡырыу түгел, ә өлкән ағай сифатында саҡырылдым. Беренсенән, йәшем буйынса ла ротала иң олоһо ине (23 йәш), икенсенән, хәрби звание буйынса ла ротала иң ҙуры инем. Өсөнсөнән, яҡташтар бит. Дүртенсенән, армияға тиклем өс йыл ярым Сибай ҡалаһында уҡыным.
Ротанан өс взвод командиры урынбаҫары барҙыҡ. Туй алдынан батальон штабы командиры мине саҡырып алып, байтаҡ ҡына үҙенең талаптарын туҡыны. Беренсе талап – теүәл 24 сәғәттә ротаға әйләнеп ҡайтырға, икенсеһе – айныҡ ҡайтырға, өсөнсөһө – ҡайтҡас дежур офицерға доклад яһарға.
Ике туйҙа ла беренсе һәм өсөнсө талаптарҙы үтәй алдыҡ, икенсе талапты икеһендә лә үтәп булманы. Шулай ҙа һүҙ теймәне.
Йәнә шуны әйтә алам – иң яҡшы бүләк беҙҙеке булды. Сөнки 86 һалдаттан берәр һум йыйғайныҡ. Ә ул заманда эш хаҡы уртаса 100 һум самаһы ине. Тормош булғас, хеҙмәте лә, туйы ла булырға тейештер инде.
Ә армия хеҙмәтенә килгәндә, уны намыҫ менән үтәнек, тип әйтә алам. Бөгөнгө көндә бик алыҫта ҡалған йәшлек йылдарын, иптәштәремде иҫкә төшөрөп, һәүетемсә генә ғүмер итеп ятам. Айырыуса Сергей дуҫымдың һөйләгәндәре, уның үҙ еренә зар-интизар булып йәшәп, мәңгелеккә киткән ата-бабаларының яҙмышы йыш иҫкә төшөп, уйландыра...
Читайте нас: