Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
29 Июль 2020, 16:00

АТАЙЫБЫҘ АЛТЫН ТЕРӘК ИНЕ...

Йылдар үткән һайын тыуған йорт, тәүге тәпәй баҫҡан тупһа, бәхетле бала саҡ ваҡыттары йышыраҡ хәтергә төшә.

Йылдар үткән һайын тыуған йорт, тәүге тәпәй баҫҡан тупһа, бәхетле бала саҡ ваҡыттары йышыраҡ хәтергә төшә.
Беҙгә, апайым менән миңә, бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлаған атай менән әсәй янында, иҫ киткес эшлекле, татыу ғаиләлә үҫеү бәхете тейҙе. Атайым Миңлеғәле Исмәғил улы менән әсәйем Рәшиҙә Ғиләжетдин ҡыҙы Сөләймәновтар бар кешене һоҡландырып, 36 йыл бергә ғүмер иттеләр. Үҙ-ара татыу булып, бер-береһен күҙ ҡараһындай һаҡлап, беҙгә бәхетле тормош бүләк иткәндәре өсөн уларға беҙ бөгөнгө көндә лә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Атайым менән әсәйем беҙгә бәләкәй саҡтан уҡ хеҙмәт һөйөргә, киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйып, кәрәкле һөнәр алырға кәрәклеген һеңдерҙе. Балалар алдында ҡысҡырып өндәшеү, тупаҫлыҡ күрһәтеү, ҡанаттарҙы ҡайырыу кеүек кире күренештәр беҙҙең өсөн ят булды. Әсәйемдең ике туған ҡустыһының ҡатыны үлеп ҡалғас, уларҙың ҡыҙҙары Әлиәне үҙ ҡанаттары аҫтына алып уҡытып, кейәүгә биреп, матур итеп туйҙар үткәреп, уны ла, беҙҙе лә оло тормош юлдарына баҫтырҙылар.
Ҡәҙерлеләребеҙ туй-мәжлестәрҙең йәме булдылар, тиһәм дә хата булмаҫ. Атайым өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, әсәйем һандуғастай моңло тауышы менән уның гармунына ҡушылып йырлар ине.
Атайым ауыл хужалығында ла, ауыл хакимиәтендә лә оҫта етәксе, халыҡ араһында ихтирамлы кеше булды. Әсәйебеҙ 36 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаны, ата-әсәләр, уҡыусылар араһында, коллективында абруй ҡаҙанған уҡытыусы булып танылды.
Тик тормош гел шатлыҡтарҙан ғына тормай икән. Бынан 9 йыл элек атайыбыҙ, ҡаты ауырыуҙан һуң, беҙҙе ҡалдырып, мәңгелек йортҡа күсте. Беҙҙең өсөн тормош туҡтап ҡалғандай тойолдо. Беҙҙең, әйтерһең дә, ҡанаттарыбыҙ ҡайырылды. Был оло ҡайғыны әсәйебеҙ бик ауыр кисерҙе, уның өсөн тормош бөтөнләй һүнеп ҡалғандай ине.
Ләкин ҡәҙерлебеҙ бирешмәне, был ҡайғыны күтәрерлек көс тапты. Донъяны бынамын итеп көтөргә, ике һыйырҙан айырылмай, ихата тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә, ишек алдын гөл-сәскәгә күмеп, ҡайғыһын эшкә баҫып йәшәргә тырышты. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә лә әсәйебеҙ туғандарының ярҙамын тойоп, матур донъя көтә. Беҙ ҡайтҡанда тәмле аштары менән ҡаршы ала, фатихаларын биреп оҙатып ҡала.
Ҡәҙерле атайыбыҙҙы әле лә юҡһынып иҫкә алабыҙ, ә әсәйебеҙгә Хоҙай шатлыҡтарын йәлләмәй бирһен ине.
Читайте нас: