Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
18 Июнь 2020, 18:00

ҺАУМЫ, ШӘҺИТ!

Байғаҙыла юғары кластар уҡытылмағас, ауыл балалары Иҫке Собханғолға, Байназарға йөрөп уҡыны.Үткән быуаттың 60-сы йылдары булғандыр инде. Был хәл Рафиҡ ағайым, Әнүәр, Йәҙгәр, Айса ағайҙар Байназарҙан ялға ҡайтып килгәндәр.

Байғаҙыла юғары кластар уҡытылмағас, ауыл балалары Иҫке Собханғолға, Байназарға йөрөп уҡыны.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары булғандыр инде. Был хәл Рафиҡ ағайым, Әнүәр, Йәҙгәр, Айса ағайҙар Байназарҙан ялға ҡайтып килгәндәр. Интернатта ятып уҡыған балаларҙың тамағы ла әллә ней туҡ булмағандыр инде. 30 саҡырым араны йәйәү үтергә кәрәк.
Арығандар былар. Айса ағайҙың бөтөнләй хәле бөткән. Уны алмашлап йөкмәпме, сыбыҡҡа һалып һөйрәпме, ҡалайтһалар ҙа ташлап китмәй, ауыл осона алып ҡайтып еткергәндәр. Ауылдың түбәнге осо ул мәлдә мәрхүм Нурмөхәмәт ағай Хамматовтарҙың өйө менән бөтә ине. Теге малайҙар шунда инеп ҡолағандар. Гөлнур апай ах та ух килеп сәй ҡайната һалып, тиҙерәк эҫе сәй эсергән тегеләргә.
Өй хужаларының улы Шәһит һәлһерәгән ағайҙарҙы ҡыҙыҡ күреп күҙәтеп ултыра икән. Сәй эсеп, саҡ күҙе асылған Айса ағай шунда ғына тирәяғындағы кешеләрҙе күрә башлағандыр инде: “Һаумы, Шәһит!” тигән була, тей. Айсаға йән инеүен күреп, барыһы ла ҡыуаныстарынан көлөп ебәргәндәр. Ауылда хәҙер, берәй көтөлмәгәнерәк хәл килеп сыҡһа: “Бына һиңә, “Һаумы, Шәһит!”, тип мәрәкәләйҙәр.
Читайте нас: