Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
15 Июнь 2020, 22:00

АУЫЛЫМ МӘҘӘКТӘРЕ

Хәлил бабай барғас, белеше ашатҡан да, уй, Халилка, моя жена хворает, өшкөр әле, тигән. Был өшкөрә башлаған. Белгән генәләрен әйтеп, теләһә нимәләр ҡушып өшкөрә икән. Бергә килгән иптәше көлә, ти. Көлмәкөлмә, Ҡәһәрмән, бер тоҡ ондан яҙҙыраһың, тип өшкөрөп ебәрә, тей, араһында.

КӨЛМӘ, КӨЛМӘ, ҠӘҺӘРМӘН...
Беҙҙең урамда Хәлил тигән бабай йәшәне. Ул ураған һайын Ҡағыға бара ине. Һуғыштан һуң кешеләр етешһеҙ йәшәне. Ҡағы аҫраны, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Хәлил бабай бер мәл иптәше менән йәнә Ҡағыға барған. Белешенә фатирға төшкәндәр. Ул мәлдә һәр кемдең тигәндәй Ҡағыла белеше булған. Хәлил бабай барғас, белеше ашатҡан да, уй, Халилка, моя жена хворает, өшкөр әле, тигән. Был өшкөрә башлаған. Белгән генәләрен әйтеп, теләһә нимәләр ҡушып өшкөрә икән. Бергә килгән иптәше көлә, ти. Көлмәкөлмә, Ҡәһәрмән, бер тоҡ ондан яҙҙыраһың, тип өшкөрөп ебәрә, тей, араһында. Икенсе барғанында теге белеше, уй, Халилка, моя жена здоровой стала, спасибо тебе, тип тегене ризалыҡҡа ҡалдырыр өсөн байтаҡ нәмә тейәтеп ҡайтарған, тей.
БЕСӘНДЕ КЕМ УРЛАҒАН?
Был әүәлерәк булған хәл. Беҙҙең ауылда Усманов Мансур бабай йәшәгән. Ул колхозда счетовод булып эшләгән. Яҙғылыҡ бының лапаҫ башында ике һәнәктәй бесәне ҡалған, башҡаларҙыҡы булмаған. Бирғәле апа шаян булған. Ул Мансур бабайҙың бесәнен икенсе кешенең мал ояһы башына күсереп һалған. Иртәнсәк Мансур бабай малына бесән һала сыҡһа, бесән юҡ, ти. Теге шутник бабай күсергәндә бесәндәре төшөп ҡалып барған икән. Шул эҙҙән юллап барып табып алған бесәнен. Мансур бабайҙы бер мәл Байғаҙыға шитауат итеп ебәргәндәр. Ул мәлдә Байғаҙы, Ҡыпсаҡ, Яуымбай, Мәһәҙей ауылдары бер колхоз булған. Байғаҙыға барғас, был бер ҡатын алған. Уның исеме Фәхирә, бындағы ҡатыны Көлмөһөр булған. Көлмөһөрө утапшы, Фәхирәһе күбәләк, тип таҡмаҡ сығарғандар.
ҠӘЙНЕШЕН САБЫНДЫРҒАН
Бирғәле апа Фәғилә инәйҙе еңгәй тип йөрөгән. Ул инәйҙең мунса яҡҡанын күҙәтеп йөрөгән дә, Фәғилә инәй мунсаға инеү менән, Бирғәле бабай, еңгәй, арҡаңды өйкәйемме, тип барып ингән. Өҫтөнә һибелгән эҫе һыуҙан нисек осоп сығып киткәнен дә һиҙмәй ҡалған. Хәҙер Бирғәле бабайҙың мунса яҡҡанын Фәғилә инәй аңдып йөрөй башлаған. Бирғәле бабай мунсаға инеү менән, Фәғилә инәй барып ингән дә, ҡәйнеш, ҡана арҡаңды миндек менән сабайым әле, тип кесерткән менән тегенең арҡаһын кәрәген биргәнсе сабып сығып киткән, тей. Бына шулай әүәле кешеләр мәрәкәләшеп йәшәгәндәр. Быларҙы миңә ҡәйнәм һөйләгәйне.
Читайте нас: