Апайымдың баҡсаһында “Грушалар аллеяһы” бар. Шаяртып бирелгән исем ул.
Баҡсалары ҙур булғас, ике-өс йыл һайын грушалар үҫентеһе алып ултыртҡандар. Тик, ни ғиллә, был 12 ағастың береһе лә груша бирмәй – алма менән ҡыуандыра. Хеҙмәттәшем һөйләгән хәл: бынан 25 йыл элек, баҡса һатып алыу менән, баҙарҙан ике слива алалар. “Сорттары һәйбәт, мул уңыш бирерҙәр”, - тип оҙатып ҡала һатыусы. Сливалар 7 йыл сәскә лә атмай, үҫә бирә. Ҙур ағас булғас (слива түгеллеге күренеп тора), ағай уларҙы бысып ташларға була. Ҡатыны ғына, йәлләп, бер йылға ҡалдырып тороуҙы һорай. Икенсе яҙ сливалар шау сәскәгә күмелеп, ...көҙөн груша емеше бирә. “Йыл да 60 биҙрәнән ашыу уңыш бирәләр. Тик сортын белмәйбеҙ. Грушаһы тәмле, үҙебеҙгә лә, күрше-күләнгә лә, хеҙмәттәштәремә күстәнәскә лә етә”, - тип һөйләй Нәсих ағай Хәлисов.
Тик был ваҡиғаны мин уйын һүҙ өсөн яҙманым. Хәҙер үҫентеләр алыр ваҡыт. Баҙарҙарҙа улар бихисап. Машина-машина сығарып һаталар. Ошо муллыҡтан күҙҙәр ҡамаша. Тик күпселек осраҡта беҙ оҙон телле һатыусыны һайлайбыҙ һәм йыш ҡына алданабыҙ. Алған слива ағасынан груша емеше йыймаҫ өсөн ни эшләргә һуң?
Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, баҡса еләген баҡсасылар билдәһеҙ етештереүселәрҙән алып, йыш ҡына ауырыуҙар менән зарарланған үҫентеләр ултырта һәм үҙен кәм тигәндә өс йылға мул уңыштан мәхрүм итә. Бындай хәл булмаһын өсөн тәү сиратта үҫентеләрҙе ышаныслы етештереүсенән алырға кәрәк. Иң һәйбәте – беҙҙең ерлектә үҫтерелгәндәргә өҫтөнлөк бирергә. Шул саҡта үҫентеләр тиҙ ерегеп китеп, ауырыуҙарға бирешмәй, тиҙерәк уңыш бирә башлаясаҡ. Ағастар алырға кәрәк булһа, тәүҙә һеҙгә ниндәй сорт кәрәклеген алдан уҡып, белегеҙ. Районға ҡулайлаштырылған сорттарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Шул саҡта ҡарағатта бөрө талпандары, фитофтороз, япраҡ ауырыуҙары булмаҫ.
Үҫентеләрҙе йә көҙөн, япраҡтар ҡойолғас, йә яҙын, бөрөләнгәс, япраҡ ярғанға тиклем алырға кәрәк. Һайланған ҡыуаҡ, йә ағасты ентекләп ҡарап сығығыҙ. Һау үҫентенең ҡайыры ялтырап торорға, йәнселмәгән булырға тейеш. Ботаҡтарының береһе булһа ла кипкән икән, был үҫентенән баш тартығыҙ. Бөрөләре һау, кипмәгән булһын. Әгәр үҫенте япраҡ ярған икән, япраҡтарына иғтибар итегеҙ. Япраҡтарында таптар, башҡа төҫтәр, ау һәм башҡа сит әйберҙәр булмаһын. Ағасты ултыртҡанда, уның осон саҡ ҡына киҫергә кәңәш итәләр. Шуға һатыусының рөхсәте менән тамыр осон ҡырҡып ҡарағыҙ. Әгәр тамырҙа бүрткән урындар, төҫөн үҙгәрткән ерҙәр бар икән, тимәк, был үҫенте һеҙҙеке түгел.
Үҫентеләрҙе һайлау бер, алып килеп ултыртҡан ерҙең сифаты икенсе мәсьәлә. Ерҙең сифаты уларға ҙур йоғонто яһай. Әсе ерҙе эзбизламайынса, еләкле культураларҙы ултыртыу һөҙөмтәһеҙ буласаҡ. Баҡсағыҙҙа ер уңдырышһыҙ, ауыр икән, үҫентеләр ултыртыр алдынан бер ай самаһы алдан минераль һәм органик ашламалар индерергә һәм ҡом алып килергә кәрәк.
Баҡса схемаһын алдан уйлап ултыртыу хәйерле, әлбиттә. Бер-береһенә яҡын туған булған үҫентеләрҙе эргәләш ултыртырға кәңәш ителмәй: мәҫәлән, ҡарағат менән крыжовник, ҡурай еләге менән баҡса еләге (земляника). Ә бына алмағас менән ҡурай еләге бер-береһенә, киреһенсә, ярҙам итә. Уларҙы эргәләш ултыртҡан хәлдә, мул уңышҡа өмөт итергә була.
Үҫентеләрҙе бытыштырып ултыртыу ауырыуҙарҙың күбәйеүенә килтерәсәк, уңышты күпкә кәметәсәк. Улар араһында һауа һәйбәт йөрөргә, ҡояш нурҙары иркен үтеп инергә тейеш.
Беҙ былай ҙа емеш-еләккә һаран булған тәбиғәт шарттарында йәшәйбеҙ. Ғаиләне, айырыуса балаларҙы, үҙ баҡсаңда үҫкән, экологик яҡтан таҙа емештәр менән һыйлап үҫтерге килә. Шуға ағас үҫентеләрен һайлағанда иғтибарлы булығыҙ.