Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
23 Май 2020, 16:00

МЫШЫ – ИҢ ҘУР ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАН

Беҙҙең төбәктә көн иткән ҡырағай хайуандарҙың иң ҙурыһы булып мышы иҫәпләнә.

Беҙҙең төбәктә көн иткән ҡырағай хайуандарҙың иң ҙурыһы булып мышы иҫәпләнә.
Кәүҙә лә елле шул. Уның бейеклеге ике метрҙан, оҙонлоғо өс метрҙан, ә кәүҙә ауырлығы дүрт йөҙ килограммдан ашып китә! Ҡолас етмәҫлек ике мөгөҙө уны үтә мөһәбат күрһәтә. Саттары тирә-яҡҡа тырпайып торған мөгөҙҙәрҙең ауырлығы егерме килограмға барып етә. Үтә дәү мышыларҙа уның оҙонлоғо ике метр самаһы була. Бындай елле “тырмаларҙы” күтәреп йөрөтөү сараһын тәбиғәт алдан хәстәрләгән: муйын ҡыҫҡа, әммә йыуан. Әммә ҡыҫҡа муйындың (етмәһә, оҙон аяҡтарҙың) бер кире яғы бар – мышы йылғанан һуҙылып һыу эсә алмай! Һыу эсер өсөн уға йә тубыҡҡа хәтлем йылғаға төшөргә, йә яр ситенә тубыҡтарға сүкәйергә тура килә.
Мөгөҙҙәр инә мышыларҙа булмай, улар атайҙарҙа ғына була. Был аңлашыла, уларға мөгөҙҙәр парлашыу мәлендә үҙ көсөн күрһәтер өсөн кәрәк. Ә шулай ҙа ҡайһы бер ғалимдәр, мөгөҙ һөҙөшөү өсөн генә түгел, ә ниндәйҙер ҡурҡыныс килгәнен (әйтәйек, бүре төркөмөн) алдан тойомлау өсөн дә кәрәк, тип фараз итә. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәйҙер. Сөнки ата мышылар мөгөҙҙәрен ноябрь-декабрь айҙарында ташлайҙар. Ас бүреләрҙең иң ҡурҡыныс мәлендә улар “яланбаш” йөрөй. Апрель-май айҙарында мөгөҙҙәр кире үҫә башлай. Август-сентябрь айҙарына тамам үҫешеп етә улар. Ата мышыларҙың мөгөҙҙәре үҫешеп еткәс, уларҙың ғаиләләре барлыҡҡа килә.
Күп кенә ҡырағай хайуандарҙан айырмалы рәүештә, мышы ғаиләләре ҡышҡа ҡарай тарҡала. Нишләптер ата мышы ҡарлы осорҙа яңғыҙ йөрөргә ярата. Өс-дүрт инә мышы үҙҙәре бер өйөргә туплана һәм оҙайлы ҡышты балалары менән бергә үткәрә. Оҙон аяҡтар арҡаһында мышы тәрән көрттә еңел йөрөй. Ҡышын күберәк йылға буйҙарында булалар. Бында тал-тирәк, миләш, муйыл әллә ни йыуан булмай. Мышылар уларҙың ҡайырыһын, ботаҡтарын ашап көн күрә. Ашағандары ағас ботағы ла ара-тирә үлән баштары, ә шулай ҙа (аптырамалы инде) уның тәне йылҡылдап тора. Ыһ та итмәй ҡарҙа ятып йоҡлай. Хатта ятҡан урынында ҡар иреп боҙланып ҡуя.
Бына ошолай оҙон ҡыш яйлап үтә, йылы яҙ килә. Инә мышы май-июнь айҙарында быҙау килтерә. Күп осраҡта уның быҙауы игеҙ була. Яңы ғына тыуған быҙауҙар хәлһеҙ булһалар ҙа һыуыҡҡа артыҡ бирешә һалып бармайҙар. Әсәһен имеп туялар, һалҡын ергә һылашып яталар һәм тыныс ҡына сираттағы туҡланыу мәлен көтәләр. Урманда ошо быҙауҙар йәшенеп ятҡан урынға осрамауың хәйерле. Инә мышы алыҫҡа китмәй, балаларынан күҙ яҙлыҡтырмай, ошо тирәлә генә туҡлана. Ғәзиз балалары ятҡан ергә туп-тура килгән кешегә үҙен-үҙе аямай ташланасаҡ ул. Бындай осраҡта хатта айыу ҙа ҡасыуҙы хуп күрә. “Әсәйҙең” мөгөҙө юҡ, ә бына алғы аяҡтары ныҡ көслө. Сабып килгәне ыңғайы инә мышы бар көсөнә алға ырғый, алғы аяҡтарын алға һона һәм дошманын кәүҙә көсө менән төртөп йыға. Бындай көстән кеше, уның аты ғына түгел, хатта айыуҙың тере ҡалыуы бик икеле.
Йығылған дошманына торорға ирек бирмәй мышы, уны шунда уҡ тапап ташлай. Әммә урманда бындай ҡурҡыныс мәл артыҡ оҙаҡ дауам итмәй. Быҙауҙар ай тулыуға апаруҡ нығына һәм әсәләренән ҡалмай йүгереп йөрөй башлай. Был ваҡытта кеше уларҙың эҙҙәрен генә күрә, ә инә мышы әллә ҡасан уҡ быҙауҙарын эйәртеп ҡасып киткән була. Быҙауҙар өс ай тирәһе тик әсә һөтө менән генә туҡлана, аҙаҡ яйлап үләнгә күсә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, заманында хәрбиҙәр мышыны һуғыш мәлендә ҡулланып ҡарарға булғандар. Ашауға әрһеҙ, артыҡ ҡарау кәрәкмәй, тәрән ҡарҙа шәп йөрөй, аталары, ғаиләм бар, тип ҡайғырмай, атҡа ҡарағанда күпкә отошло бит, тип уйлаған улар. Әммә улары хәрбиҙәрҙең ышанысын аҡламаған. Былай саҡта матур ғына, тәртипле генә йөрөгән “хәрби” мышылар беренсе шартлауҙар-атыуҙар башланыу менән үк: “Һеҙ үҙ бәләгеҙҙе беҙһеҙ генә хәл итегеҙ инде”, тип тирә-яҡҡа ҡасышып бөткәндәр! Бындай һемәйтеүгә үпкәләп тә булмай, тәбиғәттә көн итергә яраҡлашҡан йән эйәләре тәбиғәттә көн итергә тейеш бит инде.
Әйткәндәй, күптәр мышы һәм боланды бутай, улар араһындағы айырманы төшөнөп бөтмәй. Эш шунда, улар икеһе лә боландар ғаиләһенә ҡарай. Иң ҙур болан мышы тип атала. Ә маралды беҙ күберәген болан тип атарға күнеккәнбеҙ.
Читайте нас: