Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
3 Май 2020, 11:00

ЕТМЕШ ЕТЕ ЙЫЛ КӨТӨҮ йәки МӨХӘМӘҘИӘ

Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы!

Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы!
мөхәмәҙиә
Беҙҙең өйҙә был исемде әсәйем йыш телгә ала. “Мөхәмәҙиә ағайҙың почеркы матур булған, һеҙ ҙә шулай матур яҙығыҙ!” , “Мөхәмәҙиә ағай тик “5”-легә, “4”-легә уҡыған, һеҙ ҙә шулай уҡығыҙ!”, “Мөхәмәҙиә ағайҙың яҡшы уҡығаны өсөн грамоталары күп булған”... Үҫә төшкәс, уның уҡыуҙы тамамлағанда баһалар ҡуйылған ведомосын да күрергә тура килде: “Яубаҫаров Мөхәмәҙиә Һибәт улы” тип уҡыным мин. Беҙ үҫкән һайын, Мөхәмәҙиә ағайҙың да батырлыҡтары артты. Әсәйем (исеме Зәйнәп) тағы: “Мөхәмәҙиә ағай һыуҙа шәп йөҙгән, һуғышта йөрөгәндә Дон йылғаһын йөҙөп сыҡҡан, ул йылғаның киңлеге ҡайҙан-ҡайҙа ята, шул тиклем ҙур йылға бит ул!”, “Исемен әйтергә ярамаған ҙур йылғаны йөҙөп сыҡтыҡ” тигән хаты килде”, “Бына Мөхәмәҙиә ағай һуғышта ятып ҡалған шул, ике генә хаты һаман һаҡлана әле, ул ҡайтҡан булһа...” - тип уны күргән кеше һымаҡ һөйләй ине. Ысынында иһә ул уны күрмәгән. Туҡһанын ваҡлаған Һибәтулла олатам һүҙҙәренән сығып һөйләй инде. Һүҙгә һаран олатам да килененә ауыҙ асып хәбәр һөйләп ултырмаған. «Беҙҙең кеүектәр менән һөйләшеп ултырманы ҡайным, үҙе кеүек уҡымышлы муллалар килә ине янына», - тип хәтерләй әсәйем. Ә әсәйем түрбашта йөрөгән арала уларҙың хәбәрен үҙенә “йомдорған”. Ысынында иһә Мөхәмәҙиә – Һибәтулла олатамдың кинйә улы. «Был нигеҙҙә, һуғыштан ҡайтҡан булһа, ул йәшәргә тейеш ине», - ти әсәйем. Ул ҡайтмағас, Һибәтулла ҡарт олатамдың өлкән улы Ғәлимйәндең улы – Хәкимйән – минең атайым йәшәй. Бер бүләһен – Ирек ағайымды (1960 йылғы), бер бүләсәрен – Зилә апайымды (1962 йылғы) күреп, 1963 йылда яҡты донъя менән хушлаша ҡарт олатам.
Ә “Мөхәмәҙиә” тигән исем әсәйемдең теленән беҙҙең күңелдәргә күсеп, ғүмер буйы беҙҙең күңелдәрҙе нурланы ла нурланы!
Һ И Б Ә Т У Л Л А
Һибәтуллаға повестка тоттороп киттеләр. Мөхәмәҙиәһенә. Ут эсендә ике улы - Ғәлимйән һәм Сабирйән йөрөй инде. Кинйәһенең ун туғыҙы тулмағас, бәлки, алмаҫтар, тигән өмөт йәшәй ине күңелендә. Аҡланманы өмөтө. Бына килтерҙеләр гонаһ шомлоғо ҡағыҙ киҫәген. Йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы ҡарттың. Мөхәмәҙиәһе әлеге ваҡытта Ырғыҙлы яғында ағас эшендә йөрөй. Вербовка менән иртә яҙҙан уҡ алып киткәйнеләр. Тиҙ үк алып барып еткерергә ҡушты хөкүмәт кешеһе. Башҡа ваҡыт булһа, ҡыр ауылға кейә торған аҡ күлдәген кейеп алыр ине ул. Әле ниңәлер күңеле төшмәне. Әбейенең “Сәй эсеп алыр инең, ара алыҫ”, - тип өлтөрәүен дә ишетмәҫ булды. Уға бер көйҙөрә ҡарап алды ла йәйәүләп юлға сыҡты. Повестканы кәзәкей кеҫәһенә тәҫләп һалып алды. Ул да әрме хеҙмәтен сик буйында үтте. Полк муллаһы булды. Исеме менән есемен бергә ҡушып, «Һәйбәт мулла» тип кенә йөрөттөләр уны. Һуғыш - ул мәхшәр. Ул мәхшәрҙән кем ҡайта, кем ҡайта алмаҫ - алдан әйтеүе ҡыйын. Немецтар менән һуғыш ҡаты булырға оҡшай, ҙур тиҙлек менән алға баралар... Теләктәрен теләп, доғаларын уҡып барҙы Һибәтулла. Вариҫтар ҡалырға тейеш, кемеһе булһа ла иҫән ҡайтып, нәҫелде дауам иттерер, Иншаллаһ...
Йәйҙең көнө оҙон. Иртә менән юлға сыҡҡан ҡарт үҙ ауылы Тимерҙән Ырғыҙлыға тиклем йөҙ саҡрым араны йәйәү үтеп, повестканы кисләтеп кенә алып барып еткерҙе. Мөхәмәҙиә улы ағас һыҙырып йөрөй ине. Ҡулындағы кәйләһен атаһына тотторҙо ла повестканы алды. Шул минутта уҡ улын туранан Мәләүезгә юлға әҙерләй башланылар. Улы ҡулына тотторған кәйләне тотоп, ҡарт ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы.
Яндекстан: Яубасаров Хибат Баймухаметович (1872). Дата рождения: 1872 г. Пол: мужчина. Место проживания: Башкирская АССР, Бурзянский р-н, Тимирово. Осуждение: 1930 г. Приговор: раскулачен. Источники данных: БД «Жертвы политического террора в СССР»; МВД Республики Башкирия.
Ғ Ә Л И М Й Ә Н
Бына һуғыштан ҡайтып килә ул. Ваҡытлыса, ялға ғына. Ҡолағына контузия алды. Хәҙер ошо арҡаны үтһә, Тәрән үҙәккә барып төшә. Унан ауылына ла күп ҡалмай.
Аҙаҡҡы һуғыш бик ҡаты булды. Ғәлимйән дә сая һуғышты. Украина фронтында уҡсылар дивизияһында снайпер-разведчик булып һуғышты ул. Госпиталдә өс ай ятҡандан һуң бер айға ауылға ялға ҡайтып бара. Аҙаҡҡы һуғышта командиры: «Яубаҫаров, шәп һуғыштың, һиңә награда!» - тигәйне лә. Ул һуғышта командиры үҙе ятып ҡалды. Награда өсөн көйөнмәй Ғәлимйән, тере ҡалғаны өсөн һөйөнә. Атаһының доғалары ярҙам иткәндер. Ә наградаға килгәндә, яҙған булһа, эҙләп табыр. Сөнки бер үҙе винтовкаһынан илле дошманды дөмөктөргән, шуларҙың етеһе офицерҙар составынан булған икән. «Батырлыҡ өсөн» миҙалына тәҡдим ителдең, тигән хәбәрҙе госпиталдә сала-сарпы ишетеп ҡалғайны.
Ғәлимйәнде ҡустыһынан килгән хат ҡына борсоуға һалды. Сталинград фронтында йөрөй ул. Унда ла һуғыштар ҡаты бара. Унан килгән хат хафаға һалды... «Төш күрҙем, ағай! Өсәүләп: - мин, Сабирйән ағайым, һин ут эсенән килеп сыҡтыҡ. Тимер арҡаһы яна икән, тим. Һин сатанлай-сатанлай Тәрәнуйға төшөп киттең, үҙең уң ҡулың менән ҡолағыңды тотҡанһың. Беҙ Сабирйән ағам менән ут эсенә кирегә йүгерҙек. Һин ҡайтырһың, ағай, беҙ ҡайта алмабыҙ...» - тиелгәйне унда. Ҡара һин уны, ҡолағына контузия алырын да төшө аңғартҡан бит әле. Ошо уйҙары менән Тәрәнуй тигән үҙәктең тирә-яғында һалдаттар кеүек баҫҡан ағастарҙы күҙәтә-күҙәтә атланы һалдат. Бына ауылының өйҙәре лә күренде. Күҙҙәренән йәштәре бәреп сыҡты. Бер ай булһа ла ауылы шишмәләренең шифалы һыуҙарын эсер, яралары уңалыр. Унан тағы һуғышҡа. Ниҙәр күрер әле был баштары?!. Нимә булһа ла, маңлайына яҙылғанды күрмәй, гүрҙәргә инмәй инде әҙәм балаһы...
Яндекстан: «Яубасаров Сабирьян Хибатович 1914 года рождения, деревня Тимирово, Бурзянский район. Красноармеец, в рядах Красной Армии с 1938 года.
Выписка из наградного листа: «Наградить красноармейца-командира отделения 2 минометной роты Яубасарова Сабирьяна Хибатовича медалью «За Отвагу» за то,что он во время боя в районе озера Ният-Ярви (КФССР) 15 июля 1944 года под сильным артиллерийско-минометным огнем белофинов первый достиг финских траншей и, установив свой миномет, первым открыв огонь из него, уничтожил один ручной пулемет и 9 финских солдат,чем обеспечил успешное выполнение поставленной задачи...»
17 ИЮЛЯ 1944 ГОДА ПРОПАЛ БЕЗ ВЕСТИ».
Р А Я АПАЙ ХӘТИРӘЛӘРЕНӘН
Рая апай менән күрешмәгәнемә хәтһеҙ генә йылдар үткән икән. Үткән йылдың ун етенсе авгусында атайым (Хәкимйән) вафат булғас, бер туғандары килделәр: Зоя, Рая апайҙар, Һатыбал, Сабир ағайҙар, Хәлиҙә лә. Рая апай биш намаҙын ҡалдырмай, дин тота. Яубаҫаровтар - элек-электән динле тоҡом. Атаһы тураһында хәтирәләрҙе Рая апай һуңғараҡ һөйләне миңә:
- Минең атайым – Ғәлимйән. Бәләкәй саҡта атайҙан һуғыш тураһында һорауын үтенә торғайныҡ. Ләкин ул: “Ҡуй, балалар, һорамағыҙ, һеҙгә Хоҙай Тәғәлә һуғышты күрһәтмәһен!“ – ти торғайны. Шунан шым ғына уйланып, ситкә ҡарап ултырыр ине.
Шулай ҙа бер саҡ бесән эшләгәндә ял ваҡытында яйлап ҡына һөйләй башланы:
- Аллаға шөкөр, - тип башланы ул һүҙен. – Һуғышта нимәләр генә булмай! Иң мөһиме – йөрәктә янған утты тышҡа сығарырға ярамай! Минең йөрәгем атайым, әсәйем, ҡустыларым, туғандарым өсөн яна торғайны. Көндәр буйы снайпер булып немецты һаҡлап, көтөп ултыра торғайным. Шул ваҡытта йөрәгем яраһын аяттар, доғалар уҡып баҫа инем. Немец та кеше, башта уға атыуы ҡыйын булды. Ләкин уларҙың бик күп кешеләрҙе, балаларҙы, ҡатындарҙы үлтереүен уйлап, бөгөн һинең менән һөйләшеп ултырған кешеңдең һәләк булғанын күреп, дошман икәнлеген аңлап, атырға тура килде. Снайпер кешегә көндәр буйы тик кенә ултырырға кәрәк, был ҙур түҙемлек талап итә. Бер егет менән бергә ултыра торғайным. Уның түҙемлеге бөткәнмелер, шылт иткән тауышҡа күҙемде генә йөрөтөп ҡараһам, ул егеттең ҡоралы ерҙә ята. Ә мин шул көндө көн буйы ҡарауыллап ултырып, ул дошманды юҡ иттем, иптәшем өсөн үс алдым барыбер.
“Снайпер булыуым тыныс тормошта ла ярҙам итте, – тине атай. – Хәтерегеҙҙәме,бер саҡ атыбыҙ юғалды. Оҙаҡ ҡына урмандан эҙләнем. Таба алманым. Шунан бер арыш яланына барып сыҡтым. Арышты асып ебәрһәм, айыу арыш ашап тора. Мин айыуға, айыу миңә ҡарап ҡаттыҡ. Күпме торғанбыҙҙыр, бер саҡ гөрҫ итеп алғы аяҡтарын ергә төшөрҙө лә лап-лоп ҡасып китте айыу. Снайпер булып көндәр буйы ултыра торған ғәҙәтем ошонда ярҙам итте лә инде.
Яраланғас, Ҡазан госпиталендә дауаланғандан һуң, әҙгә генә ауылға ҡайттым. Унан тағы һуғышҡа. Контузия алғас, снайпер булманым. “Катюша”ларға снаряд биреп тора инем. Һуғыш ваҡытында кемдер үлә, яралана, медсестралар өлгөрмәй. Команда булмаған саҡта яралы иптәштәрҙе окопҡа төшөрөргә медсестраларға ярҙам итә инем”, тип иҙәндә нисек шыуышҡандарын күрһәтә лә торғайны”, – тип хәтерләй Рая апай.
“Еңеү тураһында ишеткәс, бик ҡыуандыҡ! Поезға ултырып, ҡыуанып ҡайтып килә инек. Бер ерҙә беҙҙең поезд туҡтаны, икенсе поезға ултыртып ебәрҙеләр. Ҡайҙа барғанлығыбыҙҙы ла белмәй барабыҙ. Шулай япон һуғышына барып эләктек”. Ул һуғыш хаҡында атай беҙгә бер ни ҙә һөйләмәне.
Яндекстан: “Яубасаров Галимьян Хибатович. Родился в 1908 году в д. Тимирово Бурзянского района. В июле 1941 года ушел на фронт. Воевал на 2-ом Украинском фронте в 213-ой стрелковой дивизии снайпером-разведчиком. Награжден орденом «Победы» и «Отечественной войны», медалью «За взятие Берлина» (за непосредственное участие героического штурма и взятия Берлина), «За отвагу», а также орденом Славы 3 степени (уничтожил из личного оружия-винтовки до 50 вражеских солдат, включая 7 из офицерского состава). В 1945 году был командирован в Японию со специальным заданием”.
Х Ә Л И Ҙ Ә
Былтыр тәүге тапҡыр ураҙаны ҡалдырмай тоттом. Байрам көндө ғәйет тыңларға тип мәсеткә индем. Мәсеттән сығыуыма ят бер номер шылтырата. «Мин Хәлиҙә булам, апай!» - ти. Мин уны бик бәләкәй сағында ғына күргәнем булды. Ағиҙел поселогында йәшәй инеләр Ғәлимйән олатамдар. Хәлиҙә - атайымдың бер туған һеңлеһе, иң кесе ҡыҙ. Тимергә Зоя апай йыш килде беҙгә. Зоя апай - иң ҙуры. Улар башта Тимерҙә йәшәгәндәр, етмешенсе йылдар башында ғына күсеп киткәндәр. Зоя апай (1952 йылғы) тыуған ауылын онота алмай килгәндер инде. Унан һуң Һатыбал ағай (1957), ул да килгеләне. Унан 1961 йылғы Рая апай, Сабир (1964) һәм Хәлиҙә (1968).
Хәлиҙә менән кисә генә айырылышып тороп, бөгөн күрешергә тейеш кешеләр кеүек тиҙ генә уртаҡ тел табып, һөйләшеп киттек. Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡыған икән, хәҙер Магнитогорск ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рая апай ҙа шунда. Зоя апай менән Сабир Ағиҙел поселогында, Һатыбал ағай Иҫке Собханғолда.
Хәлиҙә, ни ғәжәп, Мөхәмәҙиә ағай тураһында һөйләп алып китте. Артабанғы яҙмаларым Хәлиҙә исеменән бәйән ителә.
- Мин - Хәлиҙә. Егерменсе быуаттың алтмыш һигеҙенсе йылында тыуғанмын. Киләсәктә бәхетле тормош өсөн беҙҙең атайыбыҙға Бөйөк Ватан һуғышында фашистар менән алышырға, ҡолағына контузия алып ҡайтырға, ике бер туған ҡустыларын юғалтырға, береһенән “хәбәрһеҙ юғалды” хәбәрен, икенсеһенән “ҡара ҡағыҙ” алырға тура килә. Ләкин ул хәбәргә ышанманы. “Алла бойороп, ҡустыларым ҡайтып төшһәләр, ҡорбан итеп атымды салыр инем”, тип ғүмере буйы ат тотто, ҙур өмөт менән йәшәне. Яубаҫаровтар өсөн борондан ат тотоу беренсе урында торҙо. Шулай итеп, атайым яратҡан атын ҡорбанға бағышланы. Бушҡа ғына көттө атай, ҡайтманы ҡустылары... Ҡустыларын көтөп ала алмаған атай ҙа күптән баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәй унан ҡалып ун биш йыл йәшәне әле, ул да хәҙер гүр эйәһе.
Атайымдың әйткән әйтеүе гел ҡолаҡ төбөндә торҙо. Һуғыш яланында ятып ҡалған ағайҙарҙы интернет аша эҙләнек, тик бер ниндәй ҙә хәбәр булмағас, ҡорбан әйттек. Үҙебеҙҙең Магнит ҡалаһынын Өлфәт хәҙрәткә барҙыҡ.
Ул: «Ҡорбанға бер кешегә - бер һарыҡ, күп кешегә тана һыйыр салына», - тине. Атайым яғынан да, әсәйем яғынан да һуғышта ятып ҡалған һалдаттар рухына бағышлап салды тананы хәҙрәт. Ул Мөхәмәҙиә һәм Сабирйән ағайҙарҙың исеменә аят уҡыны. Үҙебеҙ йәшәгән ҡалала, тыуған яҡтарыбыҙҙа - Тимер ауылында ҡорбан итен тараттыҡ. Йәй көнө булғанға күрә, туңдырып алып ҡайттыҡ. Ҡорбан салдырғас, эштәр ыңғайлап китте.
Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 30 апрель һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: