Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
18 Февраль 2020, 11:10

ТАНҺЫҠ ҠОҘА

Һуғыш бөтһә лә, уның шауҡымы тиҙ генә бөтмәй әле – байтаҡ йылдарға етә. Һуғыштан һуң техника юҡ мәл. Техникаһы булһа, яғыулыҡ-майы ҡытлыҡ. Күҙ терәп торған техника – ат.

Һуғыш бөтһә лә, уның шауҡымы тиҙ генә бөтмәй әле – байтаҡ йылдарға етә. Һуғыштан һуң техника юҡ мәл. Техникаһы булһа, яғыулыҡ-майы ҡытлыҡ. Күҙ терәп торған техника – ат. Колхоз малына ла шул ат менән бесән ташынылар. Һимертергә ҡуйған малдар Кәркәбарҙа булды. Атайым шунда мал ҡарап ятты.
Бер мәл атайым ат егеп бесәнгә барһа, кәбән төбөндә бер нәмә суҡандай, ти. Аптырап ҡарап торған да, тегегә яҡынлаған был. Яҡыныраҡ барһа, күрше Ҡолғана ауылынан бер кеше кәбән төбөнән бесән йолҡоп урлап санаһына тейәй икән.
Атайым: ”Һуң, колхоздың бесәне былай ҙа аҙ, етмәй, ниңә урлашып йөрөйһөң улайтып?” - тип һуҡранған.
Ярай, өндәшмә инде, сыват, танһыҡ бесән алам, ти икән теге.
Атайым аҙаҡ ветфельдшерлыҡҡа уҡып, оҙаҡ ҡына эшләне. Күрше-тирә ауылдарға ла эш буйынса барырға тура килде. Теге ҡоҙаһын күрһә, мәрәкәләп: ”Һаумы, танһыҡ сыват!” - тиеп һүҙ ҡушыр ине.
Атайҙан да, танһыҡ ҡоҙаһынан да донъя ҡалды – ауыр тупраҡтары еңел булһын. Мәҙәктәре үлмәне – күңелдә йәшәп яталар. Ауылдаштарына эшләгән изгелектәре лә үлмәгәндер, тигән ниәттәмен.
Читайте нас: