1944 йылда бер аяғын юғалтып олатай һуғыштан ҡайта. Атайҙы ФЗО-ға ебәрәләр. Атайым бик отҡор кеше ине, училище белеме менән “академик” ҡушаматы алып йөрөнө. ФЗО-ла русса тиҙ өйрәнә. Мастерҙарына тәржемәсе булараҡ ярҙам итеп йөрөй, сөнки ул осорҙа һәр кемдә белем яғы хөртөрөк була.
Бер мәл төндә быға мастеры килә:” Хәйбулла, ҡыҙҙар барагында ике ҡыҙ эшкә сыҡмаған, сәбәбен һораһам, мишук болит, тип тик торалар. Әйҙәле, барып асығын бел”-, ти.
Атайым, тылмас булып йөрөгәс, ни хәл итһен, төн уртаһы булһа ла тороп китә ҡыҙҙар барагына. Барһа, теге ике ҡыҙ урындыҡта ята икән. “Ҡыҙҙар, ни эшләп эшкә сыҡманығыҙ?”-тип һорай.
“Уй-й, Хәйбулла, беҙҙең ашҡаҙан ауыртты бит...”-тигәндәр. “Ә ниңә, улай булғас, мастерға мишук болит, тип әйттегеҙ”,- тигәс, тегеләр:” Ашаған бөтә нәм әлә шунда төшкәс, ашҡаҙан мишук була икән, тип уйланыҡ”, -ти икән, меҫкендәр...
Мастер рәхәтләнеп көлгән дә, фельдшерҙы саҡыртҡан.