Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
17 Февраль 2020, 19:10

50 МЕҢ, 75 МЕҢ КЕМДӘРГӘ ЭЛӘГӘ?

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан РФ Президенты В.Путин тыл ветерандарына – 50, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына 75 мең һум аҡса бирергә, тине. Беҙҙә уны кемдәр аласаҡ? Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?

Һорау:
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан РФ Президенты В.Путин тыл ветерандарына – 50, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына 75 мең һум аҡса бирергә, тине. Беҙҙә уны кемдәр аласаҡ? Бының өсөн ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?
Яуап:
Аҙанғолов Динис Зиннәт улы, РФ Пенсия фондының БР Бөрйән районы идаралығы начальнигы:
- Эйе, вице-премьер Т. Голикова шулай тиһә лә, документтарҙы теүәлләү кәрәк буласаҡ, сөнки ошоға тиклем 1 мең һумышар, 3 мең һумышар аҡса биреүҙәр булды – ул осорҙа, ҙур сумма булмағас, беҙ урындарҙан килгән теҙмә һәм ветерандарҙың йәштәренә (тыуған йылына) ҡарап бөтәһенә лә бирҙек. Хәҙер закон рамкаларында эш итергә тура килә, сөнки хатта ҡайһы бер 1931 йылғы кешеләрҙең дә йә һуғыш йылдарында эшләүен раҫлаған документы, йә тыл ветераны икәнен раҫлаусы таныҡлығы (һуғыш осоронда кәмендә 6 ай эшләгәнен раҫлаған), йә “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ-үҙен аямай фиҙакәр хеҙмәт иткән өсөн” (За самоотверженный доблестный труд” миҙалы юҡ (юбилей миҙалы түгел!). Бер мәл стажға индереүгә элек ҡайҙалыр үҙе менән бергә эшләүсе шаһиттарҙың ҡултамға ҡуйып раҫлауы, колхоз-совхоздарҙың “Фәлән йылдарҙа беҙҙә эшләне” тигән раҫламаһы етә ине. Хәҙер улай түгел, нәҡ шул осорҙа шул ерҙә эшләүен раҫлаусы документтар кәрәк – закон ошоно талап итә. Үҙенең тыл ветераны икәнлеген раҫлаусы бер ниндәй документы булмаған кешеләр бар, улар әлеге аҡсаға дәғүә итә алмаясаҡ.
Районда бөгөн ике генә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалды – улар 85-әр мең һум аҡса аласаҡ (75-е баяғы әйткәнсә, 10 меңе йыл да бирелеп килгәнсә). Һуғыш ветерандарының тол ҡалған ҡатындары яҡынса 15 – улар 75-әр мең һумдан аласаҡ. Ә тыл ветерандары 75 кеше тирәһе, уларға 50-шәр мең һум аҡса тейәсәк.
Читайте нас: