Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
14 Февраль 2020, 18:00

АЙЫУ БАШЫН АЛЫП ҠАЛҒАН...

Әүәле булған был хәл. Яҙғы сәсеүгә һарағылар бойҙайҙы, кәртүкте Ҡағынан ташығандар. Ул осорҙа аттар ҙа һанаулы ғына булғандыр инде – тоҡтарҙы елкәләренә йөкмәп, йәйәү ташығандар.

Әүәле булған был хәл. Яҙғы сәсеүгә һарағылар бойҙайҙы, кәртүкте Ҡағынан ташығандар. Ул осорҙа аттар ҙа һанаулы ғына булғандыр инде – тоҡтарҙы елкәләренә йөкмәп, йәйәү ташығандар. Өләсәйҙең аяғы зәғиф булғас, әсәһе урынына атайым йөрөгән.
Таң менән юлға сығалар ҙа, Мәһәҙей ауылында туҡтап, Сәмиға өләсәһендә сәй эсеп ары китәләр икән.
Бер көн Ҡағынан ҡайтҡанда атай иптәштәренән артта ҡала. Сәмиға өләсәй тышҡа сығып уны көтәүелләй икән. Тоҡ йөкмәп һәптеюҡ кеше үтә, әммә араларында Хәйбуллаһы күренмәй икән. “Хәйбулла ҡайҙа?”-тип сабырһыҙлана әбей. “Артта ҡалды”, - була яуап. Әбей ғауғалана башлай, сабырһыҙлығы бөтә.
Ниһайәт, алы-ы-ыҫта бер шәүлә төҫмөрләнә. Өләсәй, юл уртаһына сығып, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып тегене күҙәтә икән. Атай бахыр елкәһенә ҙур тоҡто һалып алған да, саҡ килә икән – хатта башы ла күренмәй, ти. Өләсәйем зыҡ ҡубып илай башлаған: “ Ҡарағыҙ әле, Хәйбуллам килә ята, тик башы юҡ, башын айыу алып ҡалған”-, тип һөрән һуға икән. Уның тауышына күрше-тирәһе тышҡа сыҡҡан. “Һуң, тоҡто елкәһенә һалған, башы шуға күренмәй”-, тип әйтеп, йыуатып ҡарайҙар икән. Юҡ, үҙенең ғауғаһына үҙенең башы ауыртҡан әбей зыҡ ҡуба икән. Күршеләре атай-ботай итеп әбейҙе саҡ тынысландырыуға, тоҡ йөкмәгән атайым былар тәңгәленә килеп еткән. Уны күреүенән бигерәк башы барлыҡҡа ҡыуанған өләсәйем: “Аллаға шөкөр, Хәйбулламдың башы бар икән, айыу алып ҡалмаған”, -тип ҡуйған, ти.
Читайте нас: