Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
7 Февраль 2020, 13:00

ҠЫШЛАП ҠАЛҒАН УН ӨЙРӘК ҺӘМ БЕР АҠҠОШ

Көҙ көнө беҙ йылы яҡҡа табан юлланған ҡоштарҙы күҙәтергә яратабыҙ. Төрлө ҡоштар төрлөсә тупланып йылы яҡҡа оса. Ә бына моңһоу ғына ҡаңғылдашып осоп барған аҡҡоштарҙың өсмөйөшкә тартым төркөмө барыһынан да матурыраҡтыр.

Көҙ көнө беҙ йылы яҡҡа табан юлланған ҡоштарҙы күҙәтергә яратабыҙ. Төрлө ҡоштар төрлөсә тупланып йылы яҡҡа оса. Ә бына моңһоу ғына ҡаңғылдашып осоп барған аҡҡоштарҙың өсмөйөшкә тартым төркөмө барыһынан да матурыраҡтыр.
Был ҡоштар үҙҙәренең ауырлығы һәм кәүҙә ҙурлығы менән айырылып тора. Уларҙың ауырлығы 12 кг-ға, ә ҙурлығы, ҡанаттарын йәйеп осҡан мәлдә, 2 метрға етә. Шуға күрә аҡҡоштарҙың һауаны ярып осҡан тауышы беҙгә асыҡ булып ишетелеп тора. Ғөмүмән, йылы яҡҡа юлланған барлыҡ ҡоштарҙы беҙ күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалабыҙ. Барыбыҙ ҙа эстән генә, “Тыуған яҡтарығыҙға имен-һау ғына әйләнеп ҡайтығыҙ инде”, тигән теләктәр теләйбеҙ.
Ваҡыты менән кеше лә үҙ яҙмышын ҡоштарҙыҡы менән сағыштырып ҡуя:
Һауаларҙа торна тауыштары,
Ишетелә ҡанат ҡағыштары.
Ҡоштарҙа ла кеше яҙмыштары -
Сит илдәрҙән ҡайтып барыштары.
Шуныһы ғәжәп, быйыл нишләптер унлап өйрәк һәм бер аҡҡош йылы яҡҡа осмаҫҡа ҡарар иткән. Улар әле район үҙәгендә Ағиҙел йылғаһының төҙөлөп ятҡан мәсет тапҡырындағы йылыуында йөҙөп йөрөй (йылыу тип йылғаның туңмай ҡалған өлөшө атала). Йәй осоронда беҙ өйрәктәрҙе ара-тирә күреп ҡалабыҙ. Ә бына аҡҡошто күреү бәхете бик һирәктәргә генә эләгә. Ул ояһын ҡуйы ҡамыш араһына төҙөй, шуға аҡҡош күҙгә артыҡ салынып бармай. Бына бөгөн уны яҡындан күрергә мөмкинселек бар.
Фотонан күренеүенсә, ҡышлап ҡалған аҡҡош әле һорғолт төҫтә. Тимәк, был ҡош әле бала ғына. Ул себеш сағында ямаҡай ғына һоро төҫтә була, үҫә төшкәс - һорғолт көрән була, ә инде ҙурайғас ап-аҡ матур аҡҡошҡа әйләнә. Йөҙгәндә муйындарын тура тотоп, үҙ баһаһын белеп ғорур йөҙөп йөрөйҙәр. Башҡорттар өсөн изге ҡош булып иҫәпләнә. Уға атырға ярамай. Аҡҡош ҡарғышы ҡаты була, тей беҙҙең халыҡ. Был ҡоштарҙың бер-береһенә булған мөхәббәте, ғүмерлек тоғролоғо беҙҙең өсөн юғары ғаилә өлгөһө булып тора. Шуға ла беҙ йәштәргә аҡҡош мөхәббәте теләйбеҙ.
Йылыуҙа ошо аҡҡош эргәһендә унлап өйрәк йөҙөп йөрөй. Аҡҡош, бәлки, йәшлек хатаһы арҡаһында яңылышҡандыр. Ә былары нишләп күмәкләп йылы яҡҡа осмаҫҡа ҡарар иткәндәрҙер инде, сәбәбен аңлатыуы ҡыйын. Дөйөм алғанда, өйрәктәрҙең йөҙҙән ашыу төрө билдәле. Беҙҙә уларҙың утыҙҙан артығы көн итә. Әле ҡышлап ҡалырға дәрт иткәндәрҙең исеме һуна өйрәк (урыҫса - кряква) була. Был өйрәк үҙенең быжҡылдап ҡысҡырыуы менән билдәле. Ҡайһы ваҡыт ҡурайҙа тәү башлап өйрәнә башлағандарҙы, әлегә өйрәк һымаҡ быжҡылдата ғына белә, тип шаярталар.
Күреүегеҙсә, фотолағы өйрәктәр бер-береһенән айырыла. Әммә улар икеһе лә бер төргә ҡарай. Сәбәбе шунда - ата һәм инә өйрәктең төҫтәре башҡа. Атаһының баш-муйын тирәһе йәшел, ә инә өйрәк тотош көрән була. Башҡа өйрәктәрҙән шәп осоуы менән айырылып тора улар. Осоу тиҙлеге сәғәтенә 90 км-ға барып етә.
Бөгөн күптәрҙе ошондай һорау борсой – ҡышлап ҡалған ҡоштар тере ҡалырмы, юҡмы!? Ҡыш йылы торһа, йылыу үҙ майҙанын кәметмәһә, әлбиттә, улар уңышлы ҡышлап сығасаҡ. Йылыуҙа уларға аҙыҡ етәрлек. Улар төйәкләгән урында һыу артыҡ тәрән дә түгел. Һыу тәрәнлеге бик мөһим, сөнки аҡҡош та, өйрәк тә сумып түгел, ә баштарын һыуға тығып аҙыҡ эҙләй. Улар һыу үҫентеләре, унда йәшәгән бөжәктәр, бәләкәй балыҡтар менән туҡлана. Әгәр ҡаты һыуыҡтар булып, йылыу боҙ менән ҡаплана башлаһа, ҡоштарҙың ҡышты уңышлы ҡышлап сығыуы бик икеле, әлбиттә. Ә шулай ҙа өмөт итәйек һәм ҡоштарҙың йылы яҙға хәтлем имен-аман йөрөүҙәрен теләйек.
Аҡҡошто берәй нисек тотоп алып һарайҙа ҡышлатып булмай микән, тигән тәҡдимдәр ҙә бар. Был осраҡта уны дөрөҫ ашатыу мөһим. Һыу үҫентеләре, унда йәшәгән бөжәктәр, бәләкәй балыҡтар менән туҡланып йөрөгән ҡош ҡапылдан ғына кеше биргән аҙыҡҡа күсеп китә алмаясаҡ. Әйтәйек, икмәк уға килешмәйәсәк, был осраҡта аҡҡош ауырый башлаясаҡ.
Читайте нас: