Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы Һарғая мәктәбе уҡыусылары менән берлектә әсәйҙәр ҡатнашлығында бик матур сара үткәрҙе.
Байрамдың беренсе өлөшөндә уҡыусылар алдан әҙерләгән концерт номерҙарын күрһәтте. Концерт барышында дәртле бейеүҙәр, әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Балаларҙың матур сығышынан һуң күп әсәйҙәр урында ултырып ҡала алманы, үҙҙәре лә сәхнәгә сыҡты.
Кисәнең икенсе өлөшө Ҡолғана ауылы хакимиәте башлығы ярҙамы менән ойошторолдо. Әсәйҙәр төрлө ярыштарҙа үҙ-ара көстәрен һынаны. Аҙаҡтан һөҙөмтәләр яһалып, ҡәҙерле әсәйҙәребеҙгә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Беренсе урынға Әлиә Исхаҡова сыҡһа, икенсе һәм өсөнсө урынды Тәслимә Аҫылбаева менән Фирүзә Ғәбитова яуланы.
Байрам аҙағынан бик күп рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.