Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
13 Декабрь 2019, 18:25

НИСЕК КӘЗӘ ҠАЯНАН ҠОЛАМАЙ ИКӘН!

Кеше, башҡа йән эйәләренә ҡарағанда мин күпкә көслө бит әле, тип маһайып ҡуя. Әммә тормош ваҡыты менән тап киреһен иҫбатлап тора. Бына әле һеҙ күргән фотоһүрәттә һөйәп ҡуйған кеүек текә ҡаяла ғорур баҫып кәзә тәкәһе тора.

Кеше, башҡа йән эйәләренә ҡарағанда мин күпкә көслө бит әле, тип маһайып ҡуя. Әммә тормош ваҡыты менән тап киреһен иҫбатлап тора. Бына әле һеҙ күргән фотоһүрәттә һөйәп ҡуйған кеүек текә ҡаяла ғорур баҫып кәзә тәкәһе тора.
Әлбиттә, кеше был “геройҙан” күпкә көслө, ә шулай ҙа беребеҙҙең дә ошо ҡаяға менеп, уның эргәһенә баҫып торорға йөрәге етмәҫ ине, моғайын. Мин был кәзәне Ағиҙел буйында, әле төҙөлөп ятҡан мәсет тапҡырындағы ҡаяла, төшөрөп алдым. Шуныһы аптырамалы, әле декабрь айы, ҡар яуғанға байтаҡ ваҡыт үтеп китте, ә ул ябыҡ түгел, буйтым көр генә, бер ҙә аслыҡтан йонсоп йөрөгән малға оҡшамай.
Дөйөм әйткәндә, бауһыҙ-арҡанһыҙ бер кеше лә менә алмай бындай текә ҡаяға. Яланғул көйө ҡаяға үрмәләү түгел, хатта яҡын барырға ҡурҡып торабыҙ. Ә кәзә, беҙҙән көлгәндәй, хатта мыҫҡыл иткәндәй, шул ҡаяла дыу килә: йә аҫҡа сабып төшә, йә өҫкә үрмәләй, йә ғорур ҡараштарын өҫкә төбәп ҡатып ҡала. Йәйге йылы көндә ҡая ташы, бәлки, баҫыуға уңайлылыр, кәзә һәйбәт урынды алдан күрәлер. Әммә бөгөн ҡыш, ҡая киртләстәрен ҡар ҡаплаған. Ҡайҙа баҫырға кәрәк-кәрәкмәй икәнен кәзә нисек һиҙәлер ҙә нисек самалайҙыр - быны беҙгә аңлауы ҡыйын. Ә беҙ бит ваҡыты менән хатта тигеҙ юлда тигеҙ итеп атлай белмәйбеҙ: йә абынып, йә һөрөнөп китәбеҙ, хатта ҡолап китәбеҙ. Аҙаҡ кире аяҡҡа баҫҡас, ҡул менән салбар-малбарҙы ҡаҡҡас, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә әле, тип үҙебеҙҙе йыуатабыҙ. Ә берәй сәбәп табып ҡаяға үрмәләргә кәрәк була ҡалһа, эш харап. Ҡолас буйы арҡаны, әллә ниндәй ҡорамалы, тағы әллә нимәләк кәрәк. Ҡаяла ҡыя-мыя һикереп йөрөү ҡайҙа ул, тура ғына менәбеҙ ҙә тура ғына төшәбеҙ.
Бына шулай, был йүнәлештә иҫәп әлегә беҙҙең файҙаға түгел.
Читайте нас: