Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
25 Июль 2019, 12:00

Аҡһаҡал Барый ҡор йыйҙы

Аҫҡар сығышлы, Байназар ауылында тыуып үҫкән, малай сағынан колхозда эшләгән, оҙаҡ йылдар бригадир вазифаһын башҡарып, хаҡлы ялға сыҡҡан 88 йәшлек аҡһаҡал – Ишҡыуатов Барый Солтангәрәй улы – тәбиғәттең ожмахтай еренә – “Олоғужан” туҡталҡаһы эргәһенә атаһы яғынан туғандарын ҡорға тупланы.

Барыйҙың биологик атаһы – Абдуллатиф, әсәһе – Ғилмикамал. Шахмораттың улы Әхмәтшанан таралғандар.
Абдуллатифтан 2 бала: Абдулла һәм йәш ярымлыҡ Барый ҡала. Үгәй атаһы Солтангәрәй Барыйҙы үҙ исеменә яҙҙыртҡан. Барыйға 9 йәш булғанда (1941 йыл), Солтангәрәй, һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала.Уның рухына тап төшөрмәй - Солтангәрәй улы булып йөрөй. Барый ағай үҙенең тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән ауылдың абруйлы шәхесенә әйләнә. Тыуған төйәген биҙәп йәшәй ул. Әүҙем йәмәғәтсе: ауыл, район советы депутаты, 85 йәшенә ҡәҙәр ветерандар советы ағзаһы һ. б. була. Өлгөлө ғаилә башлығы. Оҫта ойоштороусы. Тура һүҙле. Бер генә әйтә. Һәр һүҙе – закон, сөнки ул үҙе һәр саҡ өлгө!
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзимтенең 23 июль, шишәмбе һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: