Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
10 Июль 2019, 13:14

Илдус - институт ғорурлығы

Белемле, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Үҙҙәре тырыш, үҙҙәре сәмле. Шундай егеттәрҙең береһе - Илдус Ҡасҡынбаев.

Белемле, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар белем ала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында. Үҙҙәре тырыш, үҙҙәре сәмле. Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Сингапур, Ҡытай булһынмы - һәр ерҙә еңеү яулап, институттың данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата улар. Белем усағының “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре - республикала киң билдәле «Байыҡ» телевизион конкурсының еңеүсеһе.Студенттарҙың Президент стипендияһы лауреаттары исемлеген тулыландыра барыуы - белем усағына оло мәртәбә. Ошондай дәртләнлереү саралары (институттың стипендияһы ла булдырылған) йәштәрҙең белемгә ынтылышын арттыра, һөнәри оҫталыҡҡа әйҙәй. Шундай егеттәрҙең береһе - Илдус Ҡасҡынбаев.
Илдус Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуып үҫкән. Кешенең кем булыуын беләйем тиһәң, уның тыуған яҡтарына күҙ һалыу ҙа етә. Бөрйән еренең иркенлеге, саялығы Илдустың булмышында ла сағылыш тапҡан. Ул бик төплө уйлы, үҙен, ваҡытын юҡҡа сарыф итә торғандарҙан түгел. Фекере төплө, урынлы, хәрәкәттәре етеҙ. Бәләкәй саҡтан спорт менән шөғөлләнә. Туғыҙынсы синыфҡа тиклем белемде үҙенең тыуған ауылында ала, аҙаҡ уҡыуын республика инженер лицей-интернатында дауам итә. Уны тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының башҡорт, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә.
Ни өсөн ошо бүлекте һайланың, тигән һорауыма ул былай тип яуап бирҙе: “Башҡорт телен, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, ошо Ерҙе яратам. Күңелемдә әҙәбиәткә, сәнғәткә булған һөйөү шул тиклем ҙур, хатта мин уны ябай һүҙ менән аңлата ла алмайым.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 55-се һанында (9 июль) уҡығыҙ.
Читайте нас: