Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
29 Март 2019, 11:50

1 апрель - көлкө көнө

Бер баламдың атаһыИке олпат ҡына ир машина эсендә һөйләшеп ултыралар. Шул саҡ үтеп барған ҡупшы ғына кейемле ханым былар эргәһенә килә һәм ирҙәрҙең береһенә диҡҡәт менән тексәйеп торғандан һуң, өндәшә:- Һаумыһығыҙ.- Һаубыҙ әле.- Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле.- ??? – Ирҙәрҙең ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре шарҙай була.- Ай әттә. Яңылыш әйттем. Минең бер уҡыусымдың атаһы тип әйтергә теләгәйнем. Һеҙ мәктәптә бик күптән булғанығыҙ юҡ. Балағыҙҙың уҡыуы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайһығыҙ, - тип әрләп ташлай “балаһының атаһын” теге уҡытыусы.

Автол һынды
Колхоздарҙың көслө сағы. Көҙ. Шамил Назарғолов Ҡыпсаҡтың ауыл баҫыуында туңға һөрөп йөрөй. Бер мәл бригадир булып эшләүсе Гәрәй Маликов ер һөрөүсе тракторҙың туҡтап ҡалғанын күрә. Байтаҡ ҡына ваҡыт үтһә лә, трактор тик ултыра һәм бригадир йәһәтләп туғайға ашыға.
“Нишләп туҡтаның?” – тигән һорауға тракторист: “Минең тракторҙың автолы һынды”, - ти икән. “Чер возьми икән”, - тип бригадир йәһәтләп кире ауылға йүгерә. Колхоз рәйесе Таштимер Әлибаковҡа инеп, запчасть кәрәклеген әйтә. Автолы һынған, шуға туҡтаған, ти икән. Таштимер ағай был һүҙҙе ишеткәс тә машинаһында туғайға елдерә. Тракторы эргәһендә ултырған Шамил рәйес машинаһын күргәс тә тракторын ҡабыҙа һалып ер һөрөргә тотона һәм таңға тиклем туғайҙы һөрөп бөтмәйенсә туҡтамай. “Һынған” автол (май) шулай шәп йөрөтәме тракторҙы, әллә рәйестең килеүеме – был мәрәкә һәр хәлдә файҙаға ғына була – баҫыу һөрөлөп бөтә.
Әле лә берәйһенең тракторы боҙолғанын күрһәләр, мәрәкәсел ағай-эне, «автолы һынғанмы әллә», тип теге лаҡапты иҫкә төшөрөп ҡуйғылай.
Киноға инәбеҙ
80-се йылдар. Бесән мәле. Килдеғол ауылы эшселәренең бер звеноһы Ҡолғанаға яҡын ерҙә - Кәркәбар тигән урында бесән эшләп ята. Кистәрен ауылға кино ҡарарға ҡайтып булмай, алыҫ. Ә Ҡолғанаға барырға була, бигүк алыҫ түгел. Бер мәл Зиннур Мөхәмәтйәнов Рәмил Үтәбаевҡа: “Әйҙә, киноға барып киләйек, минең кеҫәлә 10 тин аҡса ла йөрөгән”, - ти икән.
- Ул аҡса бер кешегә лә етмәй бит (элек ололарға кино хаҡы 20 тин була торғайны), - ти Рәмил.
- Киттек, ошо аҡса етә ул, - ти икән Зиннур.
Китә былар. Киномеханик ҡыҙ, аҡсағыҙ бер кешегә лә етмәй бит, ти. Зиннур:
- Ярай, беҙ икебеҙ ҙә күҙҙәребеҙҙең берәүһен йомоп ҡарарбыҙ, - тигәс, киномеханик быларҙы клубҡа индереп ебәргән.
Комсомолға
алыу
Социализм мәле. Район комсомол комитетында йәштәрҙе комсомолға алалар. Беҙ 9-сы кластан байтаҡ уҡыусылар килгәнбеҙ. Бер мәл бер ҡыҙыбыҙҙан:
- Уставты беләһеңме? Политбюро ағзаларын әйтә алаһыңмы? – тип һорағандан һуң, “Аллаға ышанаһыңмы?” тип һорайҙар һәм “Юҡ” тигән яуап алалар.
- Молодец, һине комсомолға инеүең менән ҡотлайбыҙ. Бар, сираттағы класташың инһен.
- Рәхмәт.
Ҡыҙ сығыу яғына юлланғанда ҡалҡыбыраҡ торған иҙән таҡтаһына эләгеп ҡолап китә яҙа һәм “Алла” тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Күпме ятлаһа ла, бындай ваҡытта бер политбюро ағзаһының да исеме килмәй теленә...
Бер баламдың
атаһы
Ике олпат ҡына ир машина эсендә һөйләшеп ултыралар. Шул саҡ үтеп барған ҡупшы ғына кейемле ханым былар эргәһенә килә һәм ирҙәрҙең береһенә диҡҡәт менән тексәйеп торғандан һуң, өндәшә:
- Һаумыһығыҙ.
- Һаубыҙ әле.
- Һеҙ минең бер баламдың атаһы бит әле.
- ??? – Ирҙәрҙең ғәжәпләнеүҙән күҙҙәре шарҙай була.
- Ай әттә. Яңылыш әйттем. Минең бер уҡыусымдың атаһы тип әйтергә теләгәйнем. Һеҙ мәктәптә бик күптән булғанығыҙ юҡ. Балағыҙҙың уҡыуы менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмайһығыҙ, - тип әрләп ташлай “балаһының атаһын” теге уҡытыусы.
Ҡытыҡларға
яратыу
Бер аҡһаҡ әбей һәр саҡ светофорға тик йәйәүлегә ҡыҙыл ут янғанда ғына сыға икән. Юл инспекторҙары уны һәр саҡ киҫәтә торғас, әбейҙән ялҡып бөткәндәр. “Ни өсөн һин, әбекәй, улай итәһең? Юл аша йәйәүлегә тик йәшел ут янһа ғына сығырға кәрәк”, тигәндәренә ул һәр саҡ: “Мин өҫтөмә КамАЗ менеп килгән саҡта һауығып китәм. Икенсенән, мин шоферҙарҙың нервыларын ҡытыҡларға яратам”, - тип яуап бирә килгән. Әбей машинанан тапалып үлгәс, юл инспекторҙары аҡса йыйып, әбейҙең ҡәберенә мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйып, “Әбекәй ҡытыҡлауҙан үлде”, тип яҙып ҡуйғандар, имеш.
Фәтих Сәйфетдинов.
Гәзиткә яҙам
Эшләгән кешенең һәр береһе ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәргә тарып торалыр инде ул. Минең дә мажаралар күп булды, бигерәк тә почтала эшләгән саҡта. Ҡасан ат егеп оҫтарғансы, юл буйында атым туғарылып та торғаны булды, ҡайһы саҡта ярты юлда рәхәтләнеп толопҡа төрөнөп йоҡлап та китер инем (ҡыуыусы булмағас ни, ат та туҡтай, кемдер осрап уята, йә булмаһа тертләп үҙем уянып китәм). Ниңәлер ҙур машиналар осрауынан ҡурҡам, унда миңә бандиттар ғына йөрөй төҫлө тойола ине.
Пенсияны, пособие-дотация күр-ерҙе үҙебеҙ таратабыҙ - күп аҡса менән йөрөү ҙә ҡурҡытҡандыр инде. Элек беҙ кинола ғына күргән ҙур машиналарҙың ауыл ерҙәрендә күренгеләй генә башлаған сағы. Йәй, көҙ, яҙ көндәре мин машина тауышы ишетелеү менән юлдан ҡырғараҡ китеп, уларҙың үткәнен көтөп торам. Осраны улар миңә шулай ҙа. Юлда туҡтағандар ҙа ниҙер һөйләшеп торалар. Үтеп китергә кәрәк бит инде нисек булһа ла, мин машинаға етәрәк килеп туҡтаным да, аптырап ултырам, сана машина эргәһендәге юл араһына һыймаҫ төҫлө. Береһе эре-эре аҙымдар менән миңә ҡарай ыңғайлағас, йөрәк табанға төштө. Мин әйтәм, бөттө баш... Ә ул килеп етеп һаулыҡ ҡына һорашты ла атымды етәккә алды. Машинаға барып еткәс, миңә сананан төшөп, атты етәккә алырға ҡушты. Үҙҙәре сананы күтәреп тигәндәй мине сығарышып ебәрҙеләр ҙә, йүнәтеп кире ултыртып, олорағы арҡамдан ҡағып яратып, имен йөрөүемде теләп тороп ҡалдылар.
Почтаға аҙнаһына 3 мәртәбә барырға, өйҙә лә өлгөрөргә кәрәк. Ныҡ «йүгертте» почта.
Их, ҡатындары...
Гәзит-журналға яҙылыу осоро бара. Ҡолғаналар әүҙем, яҡшы яҙылалар. Подписканың аҙаҡҡы көндәре. Мин, иң тәүҙә аръяҡ урамына пенсия таратып, тура килгәнен гәзиткә яҙырға уйлап, сумкамды аҫып аръяҡҡа ыңғайланым. Үҙебеҙҙең яҡта өйө ҡаршыһында Насибулла исемле ағай ҡапҡаһы төбөндә пенсияһын алырға көтөп тә тора ине инде. Бер ҡатлы ғына ағай ине ул. Янына туҡтап, һаулыҡ һораштым да:
- Насибулла ағай, һиңә пенсияңды ҡайтышлай бирермен, гәзиткә лә яҙырмын, - тинем дә ары киттем. Ул бер нәмә лә өндәшмәй тороп ҡалды. Байтаҡ ваҡыт йөрөп ҡайтып килһәм, Насибулла ағай һаман ҡапҡа төбөндә тора.
- Һин, ағай, әллә өйгә лә инмәнеңме? - тим, аптырап.
- Ней, аптырап торам әле, Зәйтүнә, мине нимә тип гәзиткә яҙырһың икән?
Мин ғәжәпләнеп уға төбәлдем. 
- Ней, мине яҙғансы, Кларанымы, Ғәйфулланымы, икенсе берәүҙе яҙ. Мин ни ҡәҙимге генә кешемен бит, минең турала нимә яҙмаҡ кәрәк? - тине ул бер тынала. Мин ҡысҡырып көлөп ебәрҙем.
- Эй, Насибулла ағай, мин бит һиңә йыл буйына гәзит килеп торһон өсөн яҙам.
- Мин яҙылғайным түгелме һуң? 
- Эйе, тик «Таң» гәзитенә лә яҙылыр кәрәк ине бит әле.
- Ярай-ярай, яҙылам.
«Таң»ға квитанция тултырып бөтөүгә ул бер ҡосаҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналын өҫтәлгә теҙеп һалды ла:
- Беләһеңме, Зәйтүнә, мин ошо журналға ни өсөн яҙылам? - тип миңә һорау ҙа биреп ҡуйҙы.
- Ниңә, бик уҡымлы журнал бит, шуғалыр.
- Юҡ шул, уға ғына түгел...
- Ә ниңә?
- Мин, - ти Насибулла ағай, - ошо журнал тышындағы ҡатындарға һоҡланып, шундай ҙа һылыу ҡатындар була икән, тип уларҙы теҙеп ҡарап алырға яратам. 
- Эйе шул, бик һылыуҙар, тинем дә уға квитанцияны тапшырып сығып киттем, ә ул шул журнал тышына мөкиббән китеп ултырып ҡалды.
«Шагалиндарҙың һары эте»
Почтаны күрше ауылдан барып алам. Ҡайһы саҡ ат менән, ҡайһы саҡ йәйәү ҙә йөрөргә тура килә. Бесәндән һуң ауырғараҡ тура килә. Көҙҙәрен почтанан ҡайтам да сабынлыҡҡа йүгерәм, сөнки кәбән кәртәһен мал онтай, ҡайһы саҡ кеше лә асып киткеләй. Шулай бер көндө почтанан ҡайттым да тағы сабынлыҡҡа йүгерҙем, эңер төшкән инде. Сабынлыҡ алыҫ та түгел, 2 саҡрым самаһы ерҙә. Барып етер саҡта бер һарғылтыраҡ эт күҙгә салынды.
- Аһ-аһ, был Шагалиндарҙың эте эңерҙә бында нимә ҡарап йөрөй икән? - тип уйланым да ары йүгерҙем. Кире әйләнгәндә инде ул эт тураһында бөтөнләй оноттом. Урамда Ғүмәр исемле ағай осраны.
- Сабынлығыңды ҡарап ҡайтып киләһеңме?
- Эйе.
- Мин ҡарағайным ул, һиңә килеп етеп өлгөрә алмай ҡалдым. Ә һиңә бүре осраманымы ни? Шул тирәлә яңғыҙ бүре йөрөй ине.
Минең күҙ упайҙы:
- Ә-әә? Атыу мин бер эт һымаҡ нәмәне, «Шагалиндарҙың этеме икән», тип үтеп киткәйнем шул... Әлдә генә шулай уйлағанмын әле, юҡһа ҡурҡыр инем.
- Һе, ҡурҡытырһың һине, - тине Ғүмәр ағай, - шул Запай юлында йөрөп ҡурҡыуҙы онотоп бөттөң инде хәҙер.
Миңә бүтән осраманы ул «Шагалиндарҙың эте», әммә ауыл осондараҡ йәшәүсе кешеләрҙең ҡаҙҙарын, бәрәстәрен тәләфләп йөрөгәне ишетелгеләне.
Беҙҙең һыйыр түгел
Көҙ етте. Ауыл халҡы малдарын кәртәгә япты. Шулай ҙа 3-4 һыйыр теңкәгә тейә. Нисә барһаң да кәбән төбөндә тора былар. Өйҙә яңғыҙым ғына. Бер малайым армияла, ҡалғандары ҡырҙа. Бер ҙә генә сабынлыҡҡа йөрөгө килмәй. Ахыр сиктә теге һыйырҙарҙы, хужаларына әйтеп, бикләп ҡуйыуҙарын һораным.
- Юҡ, инәй, - ти һыйыр хужаһы - беҙҙең һыйыр ҡапҡанан да сыҡмай.
- Мин һуң һыйырҙарығыҙҙы таныйым бит. арттарынан йөрөп арытты.
- Юҡ, юҡ, беҙҙеке түгелдер, - тигәс, ҡайтып киттем. Тик иртәгәһен тағы барҙым сабынлыҡҡа, теге һыйырҙар тағы кәбәндә торалар. Йән көйҙө. Һыйырҙарҙы ҡыуып алып ҡайтып, ҡапҡаларына индерҙем дә һөрәнләп хужаларҙы саҡырҙым. Тегеләр өйҙә юҡ икән.Ҡараһам, артта ике кәбәндәре ултыра. Кәбәнгә сыға торған ҡапҡаһы күҙгә салынды.
Әһә, мин әйтәм, ҡылайым әле мин һеҙҙе...
Һыйырҙарҙы кәбән янына индереп япҡайным, тегеләр йәбештеләр бесәнгә. Кинәнеп китеп ҡарап тора бирҙем дә ҡайтып киттем. Күпме торғандарҙыр улар кәбәндә, әммә бүтәнсә минең кәбәндәргә йөрөмәнеләр. 
Зәйтүнә АЙЫТБАЕВА.
Читайте нас: