Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә яҙалар
16 Февраль 2018, 17:35

Һауа шарында сәйәхәт

“Хайуандарға хат” тигән төбәк-ара проект сиктәрендә конкурс үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.

“Хайуандарға хат” тигән төбәк-ара проект сиктәрендә конкурс үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ошо конкурста әүҙем ҡатнашҡан Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡыусылары бик ҡыҙыҡлы сюрприз күреп ҡыуанды. Уларҙы “Рәсәй. Башҡортостан” каналы телевидениеға төшөрөп алды. Иң ҡыҙығы шунда – улар үҙҙәре менән төрлө төҫтәргә буялған ҙур шар алып килгәндәр ине. Балалар бик елле шарҙың нисек тултырылыуын үҙ күҙҙәре менән күреп кенә ҡалманы, хатта бер аҙ унда йөрөп тә алдылар. Телевидениеға төшөрөү процесында ла балалар бик әүҙем булды: бейенеләр, йырланылар, уйнанылар, көлдөләр. Был көн Ғәҙелгәрәй мәктәбенең башланғыс кластары уҡыусылары күңелендә ғүмергә онотолмаҫлыҡ ваҡиға булып һаҡланыр, моғайын.

Т. ХӘМИҘУУЛИНА.

Читайте нас: