Беҙҙең Килдеғол ауылында халыҡ берҙәм, татыу йәшәй. Ауылда ҡаҙ көтмәгән йорт юҡ – яҙғыһын һәр кем бәпкәләр алып ҡалырға тырыша. Быйыл ҡырҡлап бәпкә алып аҫраусы Илдус һәм Сажидә Билаловтар ҡаҙ өмәһе ойошторҙо.
Хужабикәне күптән түгел генә ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советына етәксе итеп һайлап ҡуйҙылар. Ең һыҙғанып тотондо эшкә Сажидә Вәлит ҡыҙы. Беҙҙе, «Умырзая» фольклор ансамбле ағзаларын, ҡәйнәһен, килендәштәрен, күршеләрен саҡырҙы ҡаҙ өмәһенә.
Ҡаҙҙарҙы өй хужаһы һәм күршеләре Самат Исҡужин салды. Һуйылған ҡаҙҙарҙы Дилфүзә Билалова менән Нәзилә Яхина бик етеҙ генә үтекләп биреп торҙолар. Ә ҡалған өмәселәр - Әнисә Фәтҡуллина, Шәһиҙә Усманова, Ғәзимә Әйүпова, Айһылыу Билалова, Тәслимә Исҡужина, Рәйлә Миндеғолова, Кәримә Билаловалар һә тигәнсе мамығын йолҡоп, эсен алып эшкәртеп тә ҡуйҙылар. Өтөп, ваҡ мәшәҡәттәрен эшләп бөткәс, өмәселәр йолаһына килтереп милли кейемдәр кейеп, көйәнтәләренә ҡаҙҙарҙы элеп һыу буйына юлландылар. Гармунға ҡушылып йырлай-йырлай һуғым ҡаҙҙарҙы таҙа ағын һыуҙа сайҡап алып ҡайттылар. Шулай итеп, халҡыбыҙҙың матур йолаһын ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары еренә еткереп башҡарҙы.
Сажидә өмәселәргә үҙенең матур бүләктәрен, 2018 йылға дини календарҙар тапшырҙы. Ә Рәйлә Миндеғоловаға, Кәримә Билаловаға һәм Әнисә Фәткуллинаға «Башҡортостан ҡыҙы» журналына подписка ла эләкте. Эш бөткәс, һығылып торған өҫтәлдәрҙә ҡаҙ һурпаһы һәм тәмле сәйҙәр менән һыйланып таралышты өмәселәр. Милли йолаларыбыҙға шулай йән өрөп, берҙәм йәшәйек, райондаштар!
Резеда ИСХАҠОВА, Килдеғол ауылы.