Бөтә яңылыҡтар

«Балаларыбыҙға сәләмәт, бәхетле әсәй кәрәк», ти Гөлзиә

Ғаилә ҡиммәттәрен, уның утын, ҡотон, именлеген, муллығын һаҡлаусы донъя тотҡаһы ул ҡатын-ҡыҙ. Нәзәкәтле гүзәл зат, тиһәләр ҙә, үҙенең сабырлығы, өлгөрлөгө һәм тәүәккәллеге менән көслө улар. Бигерәк тә балаларына матур тәрбиә биреп, иренең ышаныслы таянысы, тылы булып, аҡыллы ғына донъя көткән йәш ҡатындар һоҡландыра. Шуларҙың береһе –Иҫке Монасипҡа килен булып төшкән Тимер ауылы ҡыҙы, яугир ҡатыны Гөлзиә Ҡунафина.

«Балаларыбыҙға сәләмәт, бәхетле әсәй кәрәк», ти Гөлзиә
«Балаларыбыҙға сәләмәт, бәхетле әсәй кәрәк», ти Гөлзиә

8 март - Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө

Тормош иптәше Илдус менән Яңы Собханғолда ҙур, матур йорт төҙөп, шунда төпләнгәндәр.

Күптәр өсөн үрнәк, һоҡланғыс матур пар булған йәштәрҙең танышыуы мәктәп йылдарына барып тоташа. “Йыл уҡыусыһы” конкурсында ҡатнашҡан һылыу ҡыҙҙы тамаша залында ҡарап ултырған Илдус тәү күреүҙән оҡшатып, “Бәйләнештә”селтәре аша дуҫлыҡ тәҡдим итә. Танышыу дуҫлыҡҡа, дуҫлыҡтары яйлап мөхәббәткә әүерелә. Икәүләп бер уҡыу йортона – аграр университетҡа уҡырға инеп, һөнәр алалар һәм 2017 йылда өйләнешәләр. Ғаиләләренә ҡот өҫтәп, ҡыҙҙары Әдилә, унан улдары Баязит тыуа.

2022 йылда илдә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизация Ҡунафиндар ғаиләһенә лә ҡағыла. Ғаилә башлығы махсус хәрби операция зонаһына юлланып, Ватан һағына баҫа. Бөгөнгө көндә ул ракеталар ташыу взводында сержант-водитель булып хеҙмәт итә.

Яугир ҡатыны булыуҙың ни тиклем еңел түгеллеген был һынауҙы кисергәндәр генә аңлайҙыр. Әммә бирешә торғандарҙан түгел Гөлзиә Нәҙир ҡыҙы. Ут йотоп йөрөгән ҡыйын мәлдәрҙә лә күңелендәге ихласлығын, йөҙөндәге йылмайыуын, киләсәккә булған ныҡлы ышанысын юғалтмаҫҡа тырыша. Һәм башҡаларға ла шулай булыуҙарын теләй.

-Тыныс булып ҡалырға, бөтә ауырыуҙар ҙа нервыларҙан, тигәндәй, психологик яҡтан үҙеңде нығытырға, һаулыҡты һаҡларға кәрәк. Дөрөҫ туҡланыу, физик яҡтан да әүҙемлек, хәрәкәт итеү мөһим. Балаларыбыҙға ла яғымлы, сәләмәт, бәхетле әсәй кәрәк бит, - ти ул.

Шуға ла ялдарын әүҙем үткәрә Гөлзиә. Тау саңғыһын ярата, иптәштәре менән тауҙарға, иртәнге йүгереүгә сыҡһынмы, балалары менән бассейнға йөрөһөнмө – килеп сыҡҡан мөмкинлектәрҙе ҡулынан ысҡындырмай. Әлеге мәлдә ул аҙнаһына ике тапҡыр аэробикаға, күнекмәләргә йөрөй.

Балалар тәрбиәләүгә лә иғтибарын мөмкин тиклем күберәк бүлә. Балалар психологияһы менән ҡыҙыҡһынып, интернеттан төрлө мәҡәләләр уҡый. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын баҫмай, үҫтереүсе уйындар алып биреп, бергә төрлө ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп, көн дә ниндәйҙер шөғөл табып, яратҡан ризыҡтарын бешереп, бәхетле бала саҡ бүләк итергә тырыша. Балалар эшкә беҙҙән күреп өйрәнә, мин нимәлер эшләй башлаһам, ярҙам итергә ашҡынып торалар, ти ул.

-Ҡыҙым да, улым да атайҙарын һағынып бер булалар. Иптәшем мобилизацияланғандан һуң уның менән күрешергә мөмкинлек килеп сыҡҡан һайын янына ашығабыҙ.

Иң тәүҙә Ҡазан ҡалаһында булғандарында барып күрҙем, аҙаҡ Сызрань ҡалаһына, Ростов өлкәһенә барып күреп ҡайтырға насип булды. Былтыр иптәшемдең отпускыһына тура килтереп балалар, ҡәйнешем менән үҙебеҙҙең машинала юлға сыҡтыҡ. Балалар менән булғас, төндәрен туҡтай-туҡтай барҙыҡ. Барып осрашҡас, Сочи ҡалаһында ике көн балаларға диңгеҙ, океанариум күрһәтеп, матур ял итеп ҡайттыҡ. Иптәшем тыуған яҡтарҙы ныҡ һағынған ине, Башҡортостанға еткәс, бер ергә лә туҡтамай ғына ҡайтып индек.

Быйыл иптәшемдең Рәсәй буйлап командировкаһы Башҡортостан аша үткәнен белеп ҡалдыҡ та, балалар менән тиҙ генә йыйынып, йәнә юлға сыҡтыҡ. Бер күрешеү - үҙе бер ғүмер бит ул, балалар атайҙарын күреп күңелдәре булып, ҡыуанып ҡайттылар.

Беҙҙең ирҙәребеҙ яуҙа беҙҙең өсөн, илебеҙ өсөн, киләсәк өсөн тип йөрөй. Улар беҙҙең геройҙарыбыҙ. Башҡа яугир ҡатындарына ла шуны әйтер инем – улар менән ғорурланығыҙ, өмөт менән йәшәгеҙ. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, уларға терәк, ныҡлы тыл булайыҡ. Шул саҡта еңеү ҙә тиҙерәк килер, Аллаһ бирһә. Депрессияға бирелмәйек, берәй шөғөл табып, насар уйҙарға урын ҡалдырмай, оптимизм менән, киләсәкте, балаларҙы уйлап, өмөттәрҙе һүрелтмәй йәшәйек, - тигән теләктәрен еткерҙе яугир ҡатыны.

 

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас