Бөтә яңылыҡтар

Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ

Мөнир Абдулла улы менән район гәзитенең 90 йыллыҡ юбилейына барып ҡайттыҡ. Ныҡ оҡшаны байрам. Район мәҙәниәт йортоноң ҙур залында район гәзите тарихы менән танышырлыҡ, ҡыҙыҡһынып ҡарарлыҡ күргәҙмә эшләнгән. Сараның сәхнә сығыштарына Таңһылыу Баһауетдинова бик матур сценарий яҙған. Район мәҙәниәт йортоноң алып барыусы ҡыҙҙарының сағыу һәм яғымлы тауыштары, сәхнәгә күтәрелеп сығыш яһаусыларҙың ялҡынланып та, тулҡынланып та һөйләүҙәре, концерт менән сығыш яһаған артистарҙың моңло йырлауҙары әле булһа ҡолаҡта сыңлай, дәртле бейеүҙәре күҙ алдынан китмәй.

Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ

Мөнир Абдулла улы менән район гәзитенең 90 йыллыҡ юбилейына барып ҡайттыҡ. Ныҡ оҡшаны байрам. Район мәҙәниәт йортоноң ҙур залында район гәзите тарихы менән танышырлыҡ, ҡыҙыҡһынып ҡарарлыҡ күргәҙмә эшләнгән.
Сараның сәхнә сығыштарына Таңһылыу Баһауетдинова бик матур сценарий яҙған. Район мәҙәниәт йортоноң алып барыусы ҡыҙҙарының сағыу һәм яғымлы тауыштары, сәхнәгә күтәрелеп сығыш яһаусыларҙың ялҡынланып та, тулҡынланып та һөйләүҙәре, концерт менән сығыш яһаған артистарҙың моңло йырлауҙары әле булһа ҡолаҡта сыңлай, дәртле бейеүҙәре күҙ алдынан китмәй.

Иптәшем бынан 36 йыл элек ун йыл гәзиттә эшләп киткән. Тик бер ҡасан да яратҡан гәзитенән айырылманы, Мораҙым мәктәбендә эшләгәндә лә, 1990 йылда Килдеғолға күсеп ҡайтҡас та яҙышты һәм хәҙер ҙә гәзиттә мәҡәләләр баҫтыра. Уның “Таң”гәзите менән хеҙмәттәшлеге сарала юғары баһаланды. Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин менән гәзиттең баш мөхәррире Рушан Байымовтар иптәшемә Рәхмәт Хаттары тапшырҙы, ә мөхәррир урынбаҫары Таңһылыу Баһауетдинова Мөнир Абдулла улының яҙышыуын баһалап бик йылы маҡтау һүҙҙәрен әйтеп, редакция исеменән ҙур картина бүләк итте.

Бик ҡыуанып ҡайттыҡ саранан. Был иптәшемдең 43 йыллыҡ (!) хеҙмәт биографияһында Хакимиәт етәксеһенән алған берҙән-бер баһаһы, түргә, стенаға беркетеп ҡуйырлыҡ хатта. Ҙур рәхмәт Рәмил Миниәхмәт улына, Рушан Байымовҡа һәм Таңһылыу Баһауетдиноваға. Эштәрендә тик уңыштар, үҙҙәренә ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Компьютерыбыҙ йүнләп эшләмәй, шунлыҡтан ҡайтыу менән яҙған рәхмәттәремде саҡ бөгөн контактҡа ҡуйыу мөмкинлеге булды.
Ихтирам менән Иркә Уразбай ҡыҙы.

(Яҙмамды инәлеп-ялбарып М.Фәйзуллиндан эшкәрттереп алдым.)

Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Юбилейҙан ҡыуанып ҡайттыҡ
Автор:
Читайте нас