Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
29 Ғинуар 2025, 08:35

Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт

Әтек ауылының иң өлкән кешеһе, абруйлы ағинәй Алғазина Кинйәбикә Муллағәле ҡыҙына кисә 90 йәш тулған. Ошо матур юбилей уңайынан ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы Кинйәбикә инәйҙа ҡотлаған.

Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт

Алғазина Кинйәбикә Муллағәле ҡыҙы 1935 йылдың 28 ғинуарында Әтек ауылында донъяға килгән. 7-се класты тамамлағас, үҙенең хеҙмәт юлын промартелдә башлай. Артабан "Алға" колхозында һауынсы, почтальон булып эшләгән.

Тормош иптәше Абдулла Солтан улы менән 5 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Кинйәбикә инәй хеҙмәт ветераны, икенсе дәрәжә "Әсә даны" миҙалы менән бүләкләнгән. Ғүмере буйы ауылдың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан.

-Әлеге көндә лә ул гәзит-журналдар уҡый, йырҙар йырлай, шиғырҙар һөйләй, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең ҡәҙер-хөрмәтенә һөйөнөп, дәртләнеп донъя көтә.
Кинйәбикә инәйгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге теләйбеҙ! – тип хәбәр итәләр Әтек ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы  төркөмөндә.

Районыбыҙҙың оло кешеләренең береһе булған Кинйәбикә Муллағәле ҡыҙын беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм хәстәрле-бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Ауыл ағинәйенә – оло хөрмәт
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас