Зәки Ғилман улы үҙенең педагогик хеҙмәт юлын 1952 йылда Аҫҡар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Төрлө йылдарҙа Иҫке Собханғол урта, Ағиҙел һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡытыусы, завуч, директор булып эшләй.
КПСС-тың Бөрйән район комитетында секретарь вазифаһын башҡара, “Ағиҙел”ял һәм һауыҡтырыу лагерында начальник, район ветерандар Советы рәйесе, “Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе ла була.
Уның намыҫлы хеҙмәте оҙаҡ йылдар дауамында төрлө наградалар менән баһаланған. Ул “СССР-ҙың мәғариф алдынғыһы” билдәһенә лайыҡ булған. Хеҙмәт ветераны. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн башҡа наградалары ла бихисап.
Ҡатыны Ғәлимә Ноғман ҡыҙы менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Зәки Ғилман улын оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, күңел бөтөнлөгө, һәр ваҡыт яҡындарының ихтирамын, һөйөүен һәм хәстәрен тойоп йәшәүен теләйбеҙ!