Иршат һәм Надиә Сәғитовтар ҙа ирекмәндәр сафына баҫҡан. Улдары Илнур мобилизацияға эләккәс, МХО-ға ярҙам итеүҙе көндәлек бурыс итеп ҡабул итәләр. Үкенескә ҡаршы, 2023 йылдың сентябрь айында Илнур батырҙарса һәләк була.
“Илнурыбыҙ алсаҡ, маҡсатлы, тырыш, туған йәнле егет ине. Бөтә ергә лә өлгөрөргә тырышты. Мәктәптә, училищела уҡыған сағында йәмәғәт тормошонда, спорт ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Хәрби хеҙмәт юлын Елань гарнизонында һәм Тоцк ҡалаһында намыҫлы үтәп ҡайтты. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткәс, Саратов ҡалаһында 9 май парадында ҡатнашты.
Улыбыҙ беҙҙе ҡурсып ҡына торҙо. Хатта мобилизацияға ебәрәсәктәрен һуңғы көнгәсә әйтмәгән. Белгәс тә, ҡаршы торманыҡ. Ни хәл итәһең, ил өҫтөнә килгән бәлә. Атаһы ла, хәрби кеше булараҡ, “Барһын, хеҙмәт итһен,” тип кенә ҡуйҙы. Иптәштәре өсөн ныҡ янып-көйөп торҙо. Бәйләнешкә сыҡһа, ул кәрәк, был кәрәк, тип, кемгә нимә етмәгәнен һөйләп, ҡайғыра ине. Ошо ваҡытта беҙ уларға хәлдән килгәнсә ярҙам итә башланыҡ.
Аяғы шешеп, операция талап ителгәс, Илнурҙы командирҙары ялға ҡайтарҙы. Өфө ҡалаһында ике аяғына ла операция эшләтеп, шәбәйгәнсе өйҙә ятты. Унда ла иптәштәренең хәлен белешеп, китергә түҙмәй йөрөнө. Часенә кире барғас, күп тә тормай, һәләк булды балаҡайыбыҙ”, – тип ҡайғыһы менән уртаҡлашты батырҙың әсәһе.
Разведка бүлеге командиры булараҡ, иптәштәрен ҡурсалап, гел алдан йөрөй Илнур. Ҡурҡыу белмәҫ һалдатты командирҙары әле лә һағынып иҫкә ала, ата-әсәһенә шылтыратып, хәлдәрен белешеп, иптәштәренән сәләм еткереп тора. Яугир үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ”, Шайморатов ордендары менән наградланған.
Улдарының рухы шатланһын, иптәштәре өсөн тыныс ятһын өсөн, Иршат ағай менән Надиә апай МХО-ға ярҙам итеүҙән туҡтамай. Шайморатов ирекмәндәр штабының төркөмөнә һалынған исемлекте ҡарап, нимә етмәй, шуны алып биреп ебәрәләр. Ҡырҡыу, йәбештереү ҡорамалдары, газ баллондары, сөй, мендәр-юрған тыштары һәм башҡа алып ебәргән кәрәк-яраҡтарының иҫәбе-һаны юҡ. Һалдаттарға өй йылыһы барһын, тип Надиә апай үҙе эшләгән тоҙло ҡыяр-помидор, ҡышҡы салаттар ҙа ебәреп тора.
Лайыҡлы 3 ул тәрбиәләп үҫтергән ата-әсә үҙҙәре лә ҡайҙа эшләһәләр ҙә өлгөлө хеҙмәткәр булғандар. Иршат Шамил улы полицияла 17 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Эске эштәр министрлығының почет грамоталары һәм бик күп рәхмәт хаттары, миҙалдар менән бүләкләнгән, “Милиция отличнигы” билдәһенә лайыҡ булған. Полицияла эшләгәнгә тиклем һәм хаҡлы ялға сыҡҡас себерҙә 2 тиҫтә йыл быраусы булып эшләй.
Надиә Хаматғәле ҡыҙы автовокзалда кассир, контролер-кассир, юл ремонтлау һәм төҙөкләндереү ойошмаһында келәт мөдире булып эшләй. Оҙаҡ йылдар һөнәрселек училищеһының ятағында тәрбиәсе була. Коллектив араһында хөрмәт ҡаҙанған, студенттар бик яратҡан Надиә апайҙың эше йыл да лайыҡлы баһаланып бара - был турала уның һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары һөйләй.
Ата-әсәһенән күрмәксе, улдары ла изге эштәрҙән ситтә ҡалмай. Өлкән улдары Вадим шәхси эшҡыуар, уртансылары Марсель себерҙә әйҙәүсе инженер булып эшләй.
Вадим менән кәләше Илүзә лә күптән ирекмәндәр сафында.
“Беҙ оҙаҡ йылдар шәхси эшҡыуар булып эшләйбеҙ. Унан тыш, халыҡҡа файҙа килтереү маҡсаты менән ирекмән дә булып киттек. Районда ирекмәндәр ойошмаһы бик әүҙем эшләй. Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, икеләтә әүҙемлек башланды. Гуманитар ылау йыйғанда, беҙ ҙә, әлбиттә, ситтә ҡала алмайбыҙ. Үҙебеҙгә тауарға йөрөгәндә халыҡтан йыйылған, үҙебеҙҙең аҡсаға ла осһоҙлата хаҡ менән һәр ваҡыт әйберҙәр алып ҡайтып бирәбеҙ. Тәүге гуманитар ылауҙы ебәргәндә район мәҙәниәт һарайында йыйылышып, райондан киткән һәр бер һалдатҡа исемләп моҡсайҙар әҙерләнек. Уны алып яугирҙар бик ҡыуанғандыр тип уйлайым.
Үкенескә ҡаршы, был һуғышта ҡәйнешем Илнур мәрхүм булып ҡалды. Быға һаман да ышаныуы ауыр. Уның иҫтәлегенә яугирҙарға тағы ла нығыраҡ ярҙам итергә тырышабыҙ. МХО-ға ярҙам итеү беҙҙең иңдәрҙә ҙур бурыс булып ятҡан кеүек.
Район халҡы барыһы ла әүҙем – кемдер әйберләтә, кемдер аҡсалата, йә эше менән ярҙам итә. Йыйылған, алған әйберҙәрҙе алып барып урын-еренә еткереү - бик мөһим эш. Берҙәм булғас, барыһы ла килеп сыға. Яугирҙар беҙҙең ярҙамды ала, халыҡ улар менән бергә икәнде белеп, ҙур таяныс тоялар. Әлбиттә, барыбыҙҙа ла бер теләк – донъялар тиҙерәк тынысланһын, һалдаттарыбыҙ барыһы ла иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар”, – ти, Илүзә Иҫәнгилдина.
Оло юғалтыу кисереп тә күңелдәре ҡатмаған, рухтары һынмаған Сәғитовтар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Барлыҡ изге эште улар күңелдәре ҡушыуы буйынса башҡара. Улдары ла, килендәре лә ошо юлда икән, тимәк, ирекмәнлек уларҙың йөрәгендә.