Лилиә – Иҫке Монасип ауылы ҡыҙы. Тыуған ауылында 8-се синыфты тамамлағас, уҡыуын Байназар мәктәбендә дауам итә. Шул мәктәптә өлгөргәнлек аттестаты алып, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһына уҡырға инә. Студент йылдарында иң әүҙем студенттар иҫәбендә була – фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиада-конкурстарҙа ҡатнаша. Алтай республикаһына 1 айға стажировка үтергә барған иң яҡшы 5 студент араһында ла Лилиә була.
Буласаҡ тормош иптәше – Байназар егете Рәмил Ишбулатов менән танышып, мөнәсәбәттәренең ныҡлығын йылдар дауамында һынағандан һуң, студент йылдарында өйләнешәләр.
«Юлиәбеҙҙе ҡулға алғас, бәпес ҡарау һынауын нисек үтеремде күҙ алдыма ла килтерә алмай инем. Бәхеткә күрә, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм ярҙам итте. Уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамланым.
Бәләкәсте нисек төрөргә, йыуындырырға, ғөмүмән, нисек бала ҡарарға ҡәйнәм өйрәтте. Олатай-өләсәй менән бергә үҫкәс, ике ҡыҙыбыҙҙың да телдәре иртә асылды, иртә атлап киттеләр. Сөнки улар һәр ваҡыт ҡыҙҙарҙы һикертеп, һөйләшеп ултыра торғайнылар. Йыр-бейеүгә һөйөү ҙә уларҙан килә. Олаталары баянда уйнап, өләсәйҙәре таҡмаҡ әйтеп, йырлатып-бейетеп үҫтерҙеләр ”, - ти ул.
Уҡыуҙы тамамлағас, дипломлы белгес булып районға ҡайта йәш пар. Иң башта Байназар ауылында йәшәйҙәр, аҙаҡ район үҙәгенә күсәләр - Рәмил электр селтәрҙәре ойошмаһына мастер, Лилиә мәктәпкә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлашып, Иҫке Собханғолда йәшәй башлайҙар. 2015 йылда “Йәш ғаиләгә торлаҡ” программаһы буйынса сертификат алып, өй һалып сығалар. Бөгөнгө көндә 2 ҡыҙға, 1 малайға бәхетле атай һәм әсәй улар.
Ишбулатовтарҙың татыу, ныҡлы ғаиләһендә балалар ел-дауылдан ҡурсаланып, таяныс тойоп үҫә. Өлкәндәре Юлиә 7-се синыфта – “Шайморатовсы” класында, уртансылары Элина 4-се синыфта уҡыйҙар. Икеһе лә “Йәшлек” бейеү, “Тамсыҡай” йыр ансамбленә йөрөй. Юлиә фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиада-конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Тик “5” легә уҡыған ҡыҙға былтыр республика шыршы байрамына барыу бәхете тейә.
Элина ла апайынан ҡалышмай – шиғыр һөйләү конкурстарында, республика олимпиадаларында ҡатнашып, урындар ала. Икеһе лә спорт менән шөғөлләнергә ярата. Кескәй Рамзанға әле 1 ай ғына.
“Тәүге бала булғас, Юлиәгә ныҡ талапсан булғанмын. 3 йәшендә генә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында еңеүсе булды. Ә Элинабыҙ иркәрәк, шулай ҙа ныҡ тырыш. Рамзаныбыҙ оҙайлы ялдан һуң көтөп алынған бала, хатта мыжыуы, илауы ла танһыҡ. Йәш саҡта әсәй булыуҙың бәхетен аңлап та етмәйһең, ахыры, хәҙер иһә бәпәйҙең бәләкәй сағының һәр минуты ҡәҙерле.
Беҙ өйҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ. Телефондарҙа контроль ҡуйылған. Түңәрәктәрҙән бушаған ваҡыттары бик һирәк, кискә генә өйҙә булалар.
Ял көндәрендә бергәләп тәмлекәстәр бешерергә яратабыҙ. Ҡыҙҙар ҡул араһына инде хәҙер. Юлиә үҙаллы бешеренә – беҙҙе торт, печенье һәм башҡа тәмлекәстәр менән һыйлай. Элина ла булышырға ғына тора. Ул ҡағыҙҙан төрлө ҡул эштәре эшләргә, һүрәт төшөрөргә ярата. Ғаилә менән әүҙем ял итергә яратабыҙ, балаларға төрлө ерҙәрҙе күрһәтеп алып ҡайтабыҙ.
Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тигәндәй, йәш ғаиләләрҙең ишле булыуҙарын теләйем. Дәүләт ярҙамы тураһында күптәр белмәй – йәш ғаилә булараҡ, төрлө программаларҙа ҡатнашып, ярҙам алырға мөмкин. Тик документтарҙы йүнләүе еңелдән түгел, аҙағына тиклем алып барып еткерергә түҙемлек кәрәк”, - ти Лилиә.
Уңған әсәй, тырыш хужабикә мәктәп коллективы менән спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. “Йыл килене”, “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” район конкурстарында ҡатнашып тәүге урындар яулайҙар. Күптәр уны алып барыусы булараҡ та таный. Яңы йыл байрамында яҡын-тирәлә йәшәүселәрҙе Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кейенеп ҡотлап ҡайтыу ғаилә йолаһына әйләнгән. Ғөмүмән, ғаиләһендә генә түгел, эргә-тирәһендәгеләргә лә нур өләшеп йәшәй Лилиә.