Унан тыш яҙ, йәй, көҙ миҙгелдәрендә юлсылар юл ситендәге үләндәрҙе саба, сүп-сарҙан таҙарта, юлдарҙағы ҡоролмаларҙы буяй. Ҡышҡы осорҙа юлдарҙы һәм юл ситтәрен ҡарҙан таҙартыу, боҙлауыҡҡа ҡаршы матдәләр һибеү менән булышалар.
Быйылғы йылда райондың юл тармағы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Иҫке Собханғол – Мораҡ, Иҫке Собханғол – Темәс, Аҫҡар ауылына төшкән юл, Нәби – Монасип, Әбделмәмбәт – Килдеғол – Ҡолғана – Хәмит, Байназар – Мораҙым, Һарғая – Ҡағы юлдарында өлөшләтә төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Шулай уҡ 8903 метр оҙонлоғондағы барьер ҡоролмалары, 9 автопавильон, күперҙәрҙең ҡоймалары буялған, юл билдәләре ҡуйылып, сигнал биреүсе тумбалар алмаштырылған, ҡайһы бер урындарҙа соҡорҙар ямалған. Әле иһә Иҫке Собханғол – Темәс юлының 16 км - 17, 5 км арауығында ремонт эштәре менән мәшғүлдәр.