Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
16 Сентябрь , 11:00

Урман һаҡлау - изге бурыс

"Өй төҙөү өсөн ағас 25 йылға бер тапҡыр бирелһә, ремонт эштәре өсөн 5 йылға бер тапҡыр 25 кубометр ағас алып була. Шулай уҡ йылына 1 тапҡыр утын өсөн 20 кубометр ағас алырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бушлай утын юллай алалар. Июль айында утын алыуға 5 ғаилә мөрәжәғәт итте – 3-әүһе менән килешеү төҙөлгән, 2 ғаилә менән документ эштәре дауам итә."

Урман һаҡлау - изге бурыс
Урман һаҡлау - изге бурыс

Был юҫыҡта районда “Бөрйән урмансылығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы, “Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы, район-ара территориаль бүлек, урман янғындарын булдырмауҙы тәьмин итеү бүлектәре системалы эштәр алып бара. Был ойошмалар үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән райондың урман байлығын арттырыу, һаҡлау бурысын үтәүҙә бер-береһен тулыландыра.

13 кешенән торған БР “Урмансылыҡтар идаралығы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының “Бөрйән урмансылығы” бүлеген Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов етәкләй. Уның урман хужалығында эшләүенә 32 йыл булһа, 2016 йылдан бүлек етәксеһе вазифаһында.

- Республика буйынса беҙҙең коллектив иң йәш коллективтарҙың береһе. Сөнки, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, беҙгә йәштәр эшкә килә, оҡшатып, эшләргә ҡалалар. “Бөрйән урмансылығы” бүлеге урманды һаҡлау, эшкәртеү һәм рациональ ҡулланыу йүнәлештәре буйынса эшләй.

Өй төҙөү өсөн ағас 25 йылға бер тапҡыр бирелһә, ремонт эштәре өсөн 5 йылға бер тапҡыр 25 кубометр ағас алып була. Шулай уҡ йылына 1 тапҡыр утын өсөн 20 кубометр ағас алырға мөмкин. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бушлай утын юллай алалар. Июль айында утын алыуға 5 ғаилә мөрәжәғәт итте – 3-әүһе менән килешеү төҙөлгән, 2 ғаилә менән документ эштәре дауам итә.

Халыҡты иң ҡыҙыҡһындырған һорау – ағас бүленеү. Әйтергә кәрәк, сират икәү – дөйөм һәм льготалы ғаиләләр өсөн, йәғни күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе һәм янғындан зыян күргән ғаиләләр. 

Ағас иң беренсе шул льготалы сиратта торғандарға бирелә, ә дөйөм сират 10 процентҡа ғына алға күсә. Быйылғы йылда 2015 йылда сиратҡа тороусылар ағас алып бөтәсәк. 

Ағымдағы йыл ҡатмарлы булды. Оҙайлы ямғырҙар булыу сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр урманға инеп эш эшләй алманылар. Бының файҙалы яғы ла бар - янғындар булманы, - ти Илшат Ғәлимйән улы.

“Бөрйән урмансылығы” бүлегендә үҙ эшен һәм тәбиғәтте яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй. Дәүләт инспекторы Эльмир Мәзитовтың (һүрәттә - уңда) урман хужалығында эшләүенә 5 йылдан ашыу. Ошо арауыҡта үҙен тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр итеп танытҡан. Баймаҡ егете Хәлил Дәүләтбаев (һүрәттә - һулда)та дәүләт инспекторы вазифаһында эшләй, ғаиләһе менән Бөрйәнгә күсеп килгән. Егеттәр урманды һаҡлау һәм тергеҙеү менән булыша, законһыҙ ағас ҡырҡыу менән көрәшәләр.

-Беҙҙең төп бурыс – законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы сикләү. Шулай ҙа закон боҙоу осраҡтары йыш күренеш, йылына 50-нән ашыу булып китә. Урманға килтерелгән зыян 5 меңгә тиклем булһа, үҙебеҙ протокол төҙөп, рәсмиләштерәбеҙ, зыян ҙур күләмдә булһа, полицияға мөрәжәғәт итәбеҙ. Төрлө кешеләр була - кемдәрҙер әрләшә, янай, ришүәт тәҡдим итә. Өҫтән ялыу яҙған осраҡтар ҙа күп булды. Шулай ҙа үҙ эшебеҙҙе сифатлы итеп башҡарырға тырышабыҙ. Урманды һаҡлау - беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы, - ти урман һаҡсылары.

“Бөрйән урмансылығы” бүлегенән айырмалы рәүештә, “Бөрйән урман хужалығы” дәүләт автономиялы учреждениеһы ағас үҫентеләре үҫтереү, тергеҙеү, тәрбиәләү, урманды таҙалау эштәре менән  шөғөлләнә. 28 кешенән торған коллективты Рәзиф Юлай улы Арыҫланғужин етәкләй. Был татыу, берҙәм коллективта урманды яратҡан, уның өсөн ихлас борсолған хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Оҙаҡ йылдар урман хужалығында хисапсы булып эшләүсе Миңлегөл Вәлиеваның (һүрәттә) хеҙмәт стажы 45 йылдан ашыу, шуның 14 йылы - урмансылыҡ системаһында. Хеҙмәткәрҙәргә ваҡытында эш хаҡы күсереү, яғыулыҡ бүлеү, һалым һәм башҡа иҫәп-хисап эштәре уның иңендә. Тәжрибәле хисапсы эшен урын-еренә еткереп башҡарыуы, тыныс холҡо менән коллективта абруй яулаған. Тәүге хеҙмәт урыны урман хужалығында булһа, хаҡлы ялға ла ошонан сығырға ниәтләй ул.  

“Бөрйән урман хужалығы” коллективында урында ултырып эшләүселәр һанаулы, күп хеҙмәткәрҙәр эш сәғәте менән иҫәпләшмәй, күп ваҡыттарын урманда үткәрә. Ерҙе һөрөү, тырматыу, үҫентеләрҙе ултыртыу, уларҙы тәрбиәләп тороу – барыһы ла улар иңендә. Унан тыш, ике питомник та улар ҡарамағында. Питомниктарҙа ҡарағай үҫентеләре, баҡса еләге үҫтерелә. Былтыр ҡарағат һәм ағас еләге ултыртҡандар.

Дөйөм алғанда, ағымдағы йылда 317,37 гектар майҙанда ағас үҫентеләре ултыртылған. Шуның 0,8 гектар - үҙ иҫәптәренә, 18,8 гектар - тамырландырып. 220,77 гектар ҡуртымсылар тарафынан сәселгән. Үҫентеләрҙең нығынып китеү мөмкинлеге 84 процент булыр тип күҙаллайҙар.

Урман хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡандан һуң, был тармаҡта тәбиғәтте яратҡан, урманды үҙ иткән, уның киләсәге өсөн янып-көйгән кешеләр эшләй, тигән фекергә киләһең. Улар үҙ байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай.

Райондың бар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә тәбиғәтте һаҡлап ҡалыуҙа башҡарған эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, донъялар именлеге теләйбеҙ.

Урман һаҡлау - изге бурыс
Урман һаҡлау - изге бурыс
Урман һаҡлау - изге бурыс
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: