Бөтә яңылыҡтар

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

Ул 1994 йылдың 20 авгусында Президент Борис Ельцин тарафынан раҫланған “Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө тураһында”ғы Указ нигеҙендә 22 август көнө билдәләнә.

22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө
22 август – Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө

Рәсәй триколорына нигеҙ һалыусы булып 1705 йылдың 31 ғинуарында ошо турала Указ сығарған Петр I иҫәпләнә. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.

Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: