Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!

Бөгөн Бөрйәндең талантлы ҡыҙҙарының береһе, шағирә, драматург, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙинаның тыуған көнө – юбилейы. Тәнзилә Сәлих ҡыҙын матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм  ныҡлы сәләмәтлек, бәрәкәтле ғүмер, ижади балҡыштар, ижадын һөйөүселәрҙе яңынан-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ!

Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!
Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!

Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964 йыл) — башҡорт шағирыдраматург һәм журналист. 1992 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар һәм 2000 йылдан Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014).

Биографияһы

 

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Ижады

 

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның мәктәптә уҡығанда һәм студент йылдарында уҡ шиғырҙары республика гәзит-журналдарында баҫыла башлай.

1989 йылда «Тау һуҡмағы» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. Шағирә «Ҡыҙ хәтере» (1992), «Мин кем?» (1997), «Ҡояшлы йыр» (2003), «Йәй ҡыҙы» (2008), «Ҡанатлы йөрәк» (2014) исемле йыйынтыҡтарына тупланған шиғырҙарында, поэмаларында заман һулышын һиҙгер тоя һәм уның көнүҙәк мәсьәләләрен күтәрә, уның шиғри әҫәрҙәрендә ил менән халыҡтың киләсәге өсөн хәүефләнеү мотивтары өҫтөнлөк итә.

Лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарында һәм поэмаларында ул кешенең ерҙәге тәғәйенләнеше, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнештәр хаҡында уйлана, тормош асылына төшөнөргә ынтыла.

Нескә лиризм менән һуғарылған, юғары гражданлыҡ рухында яҙылған әҫәрҙәре ихласлығы менән күңелде арбай. Уларға милли колорит хас. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның поэмалары ғәҙәти булмаған сюжетҡа ҡорола. Улар көслө тойғоларҙан, һыҙланыуҙарҙан, уйланыуҙарҙан яралған.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина үҙен шағир-тәржемәсе итеп тә танытты: Владимир ВысоцкийАлександр Сергеевич Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итте.

Т. Дәүләтбирҙина драматургия өлкәһендә лә ижад итә. Уның «Минең ғаиләм» пьесаһы — Башҡорт дәүләт академия драма театрында, «Юғалтыу» әҫәре Сибай башҡорт драма театрында ҡуйыла.

Тәнзилә Дәүләтбирҙина шиғырҙарына Салауат НизаметдиновР. Р. СәғитовС. Р. Сәлмәнов һәм башҡалар йырҙар ижад иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

 

Китаптары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тау һуҡмағы. Өфө, 1989 й.;
  • Ҡыҙ хәтере. Өфө, 1992 й.;
  • Мин кем? Өфө, 1997 й.;
  • Ҡояшлы йыр. Өфө, 2003 й.;
  • Йәй ҡыҙы. Өфө, 2008 й.;
  • Ҡанатлы йөрәк. Өфө, 2014й..

Башҡорт Википедияһынан.

Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!
Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!
Бөгөн - Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның юбилейы!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: