- 20 йыл мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, бындай күренеште күргән юҡ ине. Ғүмер буйы Нөгөш йылғаһында һыу инеп, һыуын эсеп үҫкән егеттәребеҙҙең кәләштәренә Нөгөш буйында Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауылыбыҙҙың инәй-апайҙары менән берлектә һыу юлы күрһәтте.
Килендәргә матур теләктәр һәм мөнәжәттәр әйтелде. Килендәр матур теләктәр теләп, һыуға тәңкәләр ташланылар. Сәлих мулла матур теләктәр әйтеп, доға уҡып, үҙенең фатихаларын бирҙе.
Һыуҙан рөхсәт алып, килендәргә инәйҙәр үҙ ҡулдары менән һыу алып бирҙеләр. “Һыу юлы” йолаһы әхритә менән дауам итте һәм күңелле һыу һибешеү менән тамамланды. Бик матур сара булды.
Йәштәр бәхетле булһындар! – тип хәбәр итәләр Бретяковский СДК ( Айыҡ ауыл -2021) төркөмөндә.
Һыу юлы бәхет юлы булһын!
(Фотолар Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөнән).