Бөтә яңылыҡтар

31 декабрь ял көнөнә әйләнеүе ихтимал

«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Антон Котяков.

31 декабрь ял көнөнә әйләнеүе ихтимал
31 декабрь ял көнөнә әйләнеүе ихтимал

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы белдереүенсә, байрам көндәрен күсереүгә бәйле, 2025 йылдың 31 декабре ял көнө була, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы ведомство башлығы Антон Котяковҡа һылтанма менән.

«Быйыл, 2024 йылда, 31 декабрь — ял көнө. Киләһе йылда ла, беҙҙең проектлауҙар буйынса, 31 декабрь ял көнө булып тора. Артабан ҡарарбыҙ», — тип белдерҙе Антон Котяков.

Хөкүмәт быйылғы ял көндәрен уҙған йылдың авгусында раҫланы. 6 һәм 7 ғинуарҙағы байрамдар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килгәс, уларҙы 10 майға һәм 31 декабргә күсерҙеләр. Шунан сығып, быйыл да яңы йыл алды көнө ял була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-08/mintrud-rossii-predlozhit-sdelat-vyhodnym-dnem-31-dekabrya-2025-goda-3838239

Автор:
Читайте нас: