Гүзәл Зәкир ҡыҙын ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән 75 йәшлек Йәмилә инәй Ҡасҡынованың хәлен белешергә барғанында осраттыҡ. Инәй уның эшенә яҡшы баһа бирергә ашыҡты.
-Гүзәлебеҙҙән яҙҙырмаһын инде. Ул һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Бик иғтибарлы, тырыш.
Әле бына шатлыҡ кисереп йөрөйөм: күршеләрем Гөлдәр менән Илгиз Мөхәмәтйәновтар евротәҙрәләр бүләк итеп ҡыуандырҙылар. Ә Гүзәл тиҙ арала килеп шул тәҙрәләрҙе йыуып та бирҙе. Ул килһә, мин иң беренсе телефонымды ҡаратып алам. Гүзәлебеҙҙе һағынып көтөп алабыҙ, эшен бер ваҡытта ла арлы-бирле итеп эшләмәй, ихласлап, матурлап, күңел һалып башҡара. Шөкөр, ҡыҙыбыҙ егәрле, социаль хеҙмәткәребеҙҙән уңдыҡ, тип ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, уға һаулыҡ теләйбеҙ. Кешегә кәрәкле, йәшәргә ярҙам иткән хеҙмәткәрҙәр бит улар. Ундайҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Тик бына эш хаҡтары ғына әҙерәк, - тип алғышланып маҡтау һүҙҙәре яуҙырҙы инәй.
Гүзәл Халиҡова социаль хеҙмәткәр булып 6 йыл эшләй. Әлеге көндә уның ҡарамағында 18 инәй-бабай, шул иҫәптән ике 1-се төркөм инвалиды иҫәпләнә. Магазиндан аҙыҡ-түлек, дарыухананан дарыуҙар килтереү, өй эштәрендә ярҙам итеү, түләүҙәрен түләү, дауаханаға алып барыу һәм башҡа эше етәрлек уның. Эшкә уңған ғына түгел, һүҙгә лә алсаҡ, асыҡ күңелле әңгәмәсе лә.
-Оло йәштәгеләргә ярҙам итеүҙән тыш, психолог та булып китәһең. Кемдеңдер шатлығын, бәғзеләренең ҡайғыһын уртаҡлашаһың, тынысландыраһың. Һәр береһенә аҙнаһына ике тапҡыр инеп сығам. Инәй-бабайҙарымдың йәшәгән ерҙәре бер-береһенән алыҫ ҡына урынлашҡан. Тәүге ваҡыттарҙа йәйәү ҙә, велосипедта ла йөрөһәм, хәҙер машинала йөрөйөм, шуға еңелерәк тә, тиҙ ҙә. Ял көндәре ял итһәм дә, өйрәнеп бөткән инәйҙәремдең хәлдәрен белешмәһәм, ҡыйын булып тора, шуға алмашлап шылтыратып сығам. Улар ҙа миңә өйрәнеп бөттөләр, яҡын күрәләр. Бер-ике көн тынып торһаң, “Ҡыҙым, хәлдәрең нисек, шылтыратманың, әллә ауырып киттеңме?”, тип үҙҙәре үк шылтырата башлай. Байрам тип ятып булмай, мәҫәлән, яңы йыл байрамдарында нисек түҙәһең. Бигерәк тә мейескә ут яғып йәшәгәндәргә ҡыш һыуыҡтарында барырға кәрәк. Ундай саҡтарҙа улым Ильяс ихлас ярҙамлаша: утын индерешә, ҡар көрәшә. Эшем оҡшай. Ҡараған кешеләремдең иң олоһо 95 йәшлек Ғәле бабай Яубаҫаров, - ти үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән социаль хеҙмәткәр.
Уңған хеҙмәткәр эше менән генә алдырмай, бәхетле әсәй ҙә, хәстәрлекле хужабикә лә ул. Тормош иптәше Илшат Ишморат улы менән 3 бала тәрбиәләйҙәр. Иптәше лә ҡатынының эшен аңлап ҡабул итә. Үҙе үк: “Барып кил, яңғыҙы ғына тора бит”, тип инәй-бабайҙарҙы ҡайғырта башлай икән.
Гүзәл Зәкир ҡыҙы ололарға ярҙам итеп, уларҙың таянысы булып, кәрәкле, файҙалы булыуҙан йәшәү көсө алып йәшәй һәм эшләй. Еңел булмаған эшендә сабырлыҡ, ололар менән артабан да уртаҡ тел табып эшләргә насип булһын уға.
Ә. Юлсурина.