Бөтә яңылыҡтар

Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр

Әбделмәмбәт ауылында балалар өсөн мәҙәниәт йорто тарафынан бренд итеп алынған "Бәпкә ашы" байрамын ойошторғандар. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын балаларға тапшырыу, уларҙа халыҡ йолаларына  ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән бындай саралар бик әһәмиәтле.

Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр

-Тәбиғәт ҡосағында, саф һауала уйнап, бәпкә ашы менән һыйланып ҡайтыу балаларға бик оҡшаны.
Беҙ барғансы Азат ағайыбыҙ аҫҡаҡ аҫып, һыу ташып, урын әҙерләп ҡуйған ине. Миңзәлә апайыбыҙ бәпкәнең нимә өсөн файҙалы икәнлеген, йылына өс тапҡыр ашарға кәрәклеген аңлатты. Хәсибә апайыбыҙ ыумас ыуып, бәпкә ашын бешереп күрһәтте. Ә Зәлиә, Гөлназ, Альмира апайҙарыбыҙ өҫтәл әҙерләнеләр.
Аш бешкәнсе төрлө уйындар уйнап, аҙағынан бәпкә ашын ҡаймаҡлап, ҡоротлап ауыҙ итеп таралыштыҡ.
Рәхмәт байрамда ҡатнашыусыларға, ярҙамлашыусыларға, - тип хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәҙәниәт йорто(Трезвое село- 2022) төркөмөндә.

Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Балалар бәпкә ашы тәмләгәндәр
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: