Уңған китапханасы ауылда бөтә быуын кешеләре менән уртаҡ тел таба, эшен оҫта, матур итеп ойоштороуға өлгәшеп, уны бар күңелен һалып башҡара. Был турала ул ойошторған сараларҙың юғары кимәлдә үтеүе, уларҙың төрлөлөгө һөйләй. Яҙыусыларға, шағирҙарға, төрлө китаптарға бағышланған әҙәби кисәләрҙән тыш, балалар менән хәүефһеҙлек дәрестәре, конкурстар, акциялар, иҫтәлекле даталарға һәм байрамдарға ҡарата бик күп саралар ойоштора. Мәҙәниәт йортонда үткән күп сараларға сценарий төҙөй, оҫта алып барыусы ла үҙе.
Халыҡ ижадын пропагандалау маҡсатында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә фольклор байрамдары үткәрә. “Ҡатыҡ байрамы”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡуҙғалаҡ байрамы” кеүек тәбиғәт ҡосағында үткән байрамдарҙа мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар бик теләп ҡатнаша.
Йыл һайын ҡышҡы оҙон ялдарҙа үҙ инициативаһы менән, ойоштороу мәшәҡәттәрен тулыһынса үҙ иңенә алып, Яуымбай күсмә кубогына шахмат буйынса турнир үткәрә. Тик Яуымбайҙа тыуып-үҫкәндәр өсөн үткәрелгән ярыш быйыл 6-сы тапҡыр ойошторолған.
Сәләмәтлектәре буйынса китапханаға йөрөй алмаған оло йәштәгеләрҙе лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай - өйҙәренә китаптар алып барып, хәл-әхүәлдәрен белешеп ҡайта. Был акцияны оло быуын вәкилдәре ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Разия Искәнйәр ҡыҙы уларҙың яратҡан яҙыусыларын да белеп бөткән, һәр кемгә яраҡлы китаптар һайлап алып бара.
Үҙ эшен яратып башҡарыуы һөнәре тураһында айырыуса йылылыҡ менән һөйләүендә лә, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарында ла сағыла. Тырыш хеҙмәте өсөн район мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар, район Советтарының, “Аманат” журналының, Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Абруйлы хеҙмәткәр 20 йылдан артыҡ һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара. Һайлауҙар барышындағы уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Ә иң юғары баһа - “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” исемен алыуы.
Әүҙем, тырыш хеҙмәткәр ғаиләһенән дә уңған. Тормош иптәше Вәли Йәмилха улы менән 4 ул үҫтереп, барыһын да юғары белемле иткәндәр. Ата-әсәнең терәге, ғорурлығы улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары Инсур махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була.
Киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, ауыл халҡының көнитмешен файҙалы итеп үткәреүгә ҙур өлөш индергән уңған китапханасы, милләт әсәһе Разия Искәнйәр ҡыҙы һөнәри байрамын яҡшы күрһәткестәр, яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Шулай булмайса, үҙ эшен бар күңелен һалып, намыҫ менән башҡара бит ул.