Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле  китапхана хеҙмәткәрҙәре  һәм ветерандары!
Хөрмәтле китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Беҙҙең районда милли һәм донъяуи мираҫты һаҡлау, китап уҡыусыларҙы мәғлүмәт менән тәьмин итеү йәһәтенән 21 китапхана уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Уларҙа үҙ һөнәренең оҫталары булған яуаплы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Китапхана хеҙмәткәрҙәре йәш быуынға тейешле тәрбиә биреү, уларҙы илһөйәрлек рухында үҫтереү эшенә лә ҙур иғтибар бүлә. Киләсәктә лә алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ тип ышанам.
Барлыҡ райондаштарҙы китап менән дуҫ булырға саҡырам. Һәр кешегә белем генә өҫтәү өсөн түгел, ә шәхес булараҡ та, рухи яҡтан да үҫер өсөн уҡырға кәрәк.
Барлыҡ китапханасыларға, китап һөйөүселәргә һәм ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, эшегеҙҙә уңыштар, яңы ижади проекттар һәм китап уҡыусыларҙың күберәк булыуын теләйем!
Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: