Бер-береһен аңлап, ихтирам итеп йәшәүсе ғаилә тормош йөгөн генә түгел, хеҙмәт йөгөн дә бергә тарта. Илнар мәғариф бүлегендә эшләгәндә, Миләүшә декрет ялында ултырғанда ғаилә бизнесы асырға ҡарар итеп, 2013 йылда үҙ эштәрен асып ебәрәләр. Бәләкәй генә бүлмәлә кешеләрҙең һорауы буйынса ғына төҙөлөш кәрәк-ярағы ташып башлаған эштәре икәүһенең тырышлығы менән алға ыңғайлай. 2018 йылда дәүләттең эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү саралары менән ҡулланып, йөк машинаһы һатып алалар. Шул уҡ йылда, эштәрен киң йәйелдереп ебәреү маҡсатында, ҙур бина хәстәрләп, иркен урынға күсәләр. Халыҡ һорауы буйынса Байназар ауылында ла шундай уҡ магазин асып, әлеге ваҡытта уларҙың 2 төҙөлөш, 1 аҙыҡ-түлек нөктәләре бар. Уңған пар шәхси эшҡыуарлыҡтың бар нескәлектәрен өйрәнергә тырышып эш итә - килешеү буйынса ойошмалар менән эшләйҙәр, 5-6 мәктәпкә аҙыҡ-түлек ташыйҙар. Әлеге ваҡытта 17 кешене рәсми рәүештә эш менән тәьмин итәләр.
-Уңышлы эшҡыуар булыу өсөн тырыш, ныҡыш булырға кәрәк. Бында ал-ял юҡ, эшләйһең дә эшләйһең – барыһы ла үҙең, ғаиләң өсөн. Алдыңа маҡсат ҡуйып, ҡурҡмай ынтылһаң, барыһы ла килеп сыға, - ти улар.
Бер-береһен күҙ ҡараштарынан аңлап, бер һүҙҙән булып эшләүсе парҙың ҡыуанысы, таянысы булып ғаиләлә 1 ҡыҙ, 1 ул үҫә.
Киләсәктәрен хәстәрләп, алға табан ҡыйыу атлаған Әҙелбаевтарға уңыштар юлдаш булһын.
А. Уразаева.