Бөтә яңылыҡтар

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!

Бөгөн һеҙҙең өсөн иң тулҡынландырғыс мәл.

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!
Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!

Һеҙ тормошоғоҙҙағы мөһим баҫҡыстарҙың береһе – мәктәпте тамамлап, ҡыңғырау тауышы, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, спорт ярыштарында, предмет олимпиадаларында, эҙләнеү эштәрендә һәм төрлө конкурстарҙа уңыштарығыҙ менән ҡыуандырҙығыҙ. Киләсәктә лә һынатмаҫһығыҙ тип ышанабыҙ. Һеҙгә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итеп, юл күрһәтеүсе уҡытыусыларға, ата-әсәләргә рәхмәтемде белдерәм. Түҙемлек, көс-дәрт, ғаилә именлеге һәм һөнәри бейеклектәр теләйем!
Алда һеҙҙе яуаплы осор – дәүләт имтихандары көтә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, үҙегеҙ һайлаған уҡыу йорттарының студенттары булып, яратҡан һөнәрҙәрҙе үҙләштереүегеҙҙе теләйем! Киләсәгегеҙ яҡты булһын. Барлыҡ уҡыусыларға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, файҙалы һәм матур ялдар теләйем!
Аҡ юл һеҙгә!

Ғ. Манапов, район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: