Кадровиктар – ойошма-предприятиеларҙа хеҙмәт мәсьәләләрен оператив хәл итеүсе, кадрҙар иҫәбен алып барыусы, хеҙмәткәрҙәргә бәйле документтар менән эшләүсе алыштырғыһыҙ белгестәр.
Улар шулай уҡ эшкә ҡабул итеү, эштән бушатыу, уҡытыуҙы ойоштороу, хәрби иҫәп алып барыу, социаль льготалар менән эшләү, хеҙмәткәрҙәргә отпуск графигын төҙөү, белешмәләр биреү, хеҙмәт кенәгәләрен тултырыу кеүек хеҙмәттәр башҡара, хеҙмәт шарттарының уңайлы булыуы өсөн тырыша.
Һәр учреждениела кадрҙар эше өсөн яуаплы кеше бар, ә ҙур ойошмаларҙа бының менән тотош бүлектәр шөғөлләнә. Район үҙәк дауаханаһының кадрҙар бүлеге начальнигы Ләйсән Бикишева был өлкәлә 2007 йылдан алып эшләй. Ул төрлө программалар ярҙамында дауаханаға табиптарҙы йәлеп итеү, сығарылыш уҡыусыларын йүнәлтмә буйынса маҡсатлы уҡытыуға уҡыу йорттары менән килешеүҙәр төҙөү, юғары органдарға кадрҙарға бәйле отчеттар тапшырыу кеүек бихисап документ эштәрен башҡара.
-Район дауаханаһында бөгөнгө көндә 264 хеҙмәткәр эшләй. Шуларҙың 36-һы – табиптар, 134-е – урта медицина персоналы, 94-е – башҡа хеҙмәткәрҙәр.
Уҙған йылда «Ауыл табибы» программаһы ярҙамында дауаханаға 5 табипты йәлеп иттек, шуларҙың 3-әүһе - маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡып, эшкә ҡайтҡан йәш белгестәр. Яңы килгән табиптарҙың бишеһе лә, программаға ярашлы, республика бюджетынан өс миллион һум күләмендә түләү алды. Йәш белгестәргә эш урынынан хеҙмәт торлағы бирелде.
Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған студенттарыбыҙҙың күбеһе уҡып бөткәс районға эшкә ҡайтырға ашыҡмай. Былтыр был мәсьәләне хәл итеү өсөн Федераль законға үҙгәрештәр индерелде – килешеүҙе үтәмәгән йәш белгес уҡыу өсөн түләүҙе кире ҡайтарырға тейеш була. Быйыл маҡсатлы программа менән уҡырға теләк белдереп, 15 уҡыусы ғариза бирҙе. Квота менән уҡып сыҡҡан медиктар дауаханала кәмендә 3 йыл эшләргә бурыслы.
Табиптарҙы һәм шәфҡәт туташтарын белемдәрен камиллаштырыу, квалификацияларын күтәреү буйынса төрлө уҡыуҙарға, курстарға ебәрәбеҙ. Улар шулай уҡ 5 йылға бер тапҡыр мотлаҡ аккредитация үтә.
Көндәлек эшебеҙ хаттарға яуап биреү, хеҙмәткәрҙәр тураһында юғары органдарға мәғлүмәт еткереү, хеҙмәткәрҙәргә справкалар яҙып биреү, пенсия фондына ваҡытында отчет ебәреүҙән ғибарәт. Медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла хәрби бурыслы. Уларҙы бронләү һәм хәрби коммисариатҡа даими белешмә ебәреү - беҙҙең мөһим эштәребеҙҙең береһе. Дауахана етәкселеге, Профсоюз ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, - тип ҡыҫҡаса эш барышы менән таныштырҙы Ләйсән Миңлейәр ҡыҙы. Бүлектә тағы ла кадрҙар буйынса белгес Земфира Ғүмәрова эшләй. Ул етәксеһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы.
Эшемде бик яратып башҡарам, ти Ләйсән Миңлейәр ҡыҙы. Уның тырыш хеҙмәте 2022 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән баһаланған. Шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡа маҡтау ҡағыҙҙары ла уның һөҙөмтәле эше тураһында һөйләй.
Бына шундай тынғыһыҙ, бөтә коллектив тураһында тулы мәғлүмәткә эйә булған, хеҙмәткәрҙәрҙең белешмәһе, документтарының дөрөҫлөгө өсөн яуаплы хеҙмәт ул кадрҙар белгесенең эше. Дауахананың үҫеше өсөн артабан да тырышып эшләргә яҙһын уларға.