Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә «Һуңғы ҡыңғырау» байрамдары үтә. Быйыл республикала бөтәһе 51 мең туғыҙынсы һәм 15,5 мең ун беренсе класс уҡыусыһы дәүләт аттестацияһына әҙерләнә.
2024 йылдан Башҡортостанда уҡыуҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән сығарылыш уҡыусыларына алтындан тыш, көмөш миҙалдар ҙа тапшырыла башлай.
Быйылғы уҡыу йылында район буйынса 11-се синыфты - 68, 9-сы синыфты 309 уҡыусы тамамлай. Иҫке Собханғол мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау сыңы йөҙ ҙә бер - 9-сы, ҡырҡ 11-се синыфты тамамлаусы уҡыусы өсөн яңғыраясаҡ.
Һүрәттә 11 “А” синыфы, етәкселәре Ф. Садыҡова. Был синыфта уҡыған тырыш, уңған, аҡыллы 8 ҡыҙ, 15 егет оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ. 11 “А” синыфы 2 профилдә – химия-биология һәм физика-математика йүнәлештәре буйынса төплө белем алған. Улар араһында республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа призлы урындар яулаусы уҡыусылар бар.