12 апрель - Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө
Байназар уҙаманы Рәмил Иманғолов хәрби хеҙмәтен 1972-1974 йылдарҙа донъялағы тәүге һәм иң ҙур космодромда - Байконурҙа үтә.
Был йылдар Рәмил ағай өсөн бик ҡәҙерле. Хеҙмәт иткән осорон һағынып иҫкә ала, хеҙмәттәштәре менән төшкән фотоһүрәттәрен, документтарын, космонавтарҙың автографтарын ҡәҙерләп һаҡлай. Армияла хеҙмәт итеү һәр егет өсөн мөһим, сөнки ул характерҙы сыныҡтыра, ысын патриот, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләй, тип иҫәпләй Рәмил ағай.
- Сыҙамлы, егәрле, әрһеҙ булғанға микән, беҙ хеҙмәт иткән осорҙа Байконурға күберәк ауыл егеттәрен ебәрҙеләр. Ябай колхозсы балаларының шундай яуаплы, серле урынға барып, эләгеүенә һаман аптырайым. Өфөлә хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында уҡ бер төркөм егеттәрҙе Байконурға әҙерләй башлағайнылар. “Родина” кинотеатрына алып барып тәүлек буйы “Укрощение огня” фильмын ҡараттылар. Хеҙмәт иткән ергә барғас, өс ай тирәһе уҡыттылар, өйрәттеләр.
Башҡортостандан байтаҡ егеттәр хеҙмәт итте унда. Бөрйәндән минең менән бергә Өлфәт Аҫылбаев, Илгиз Ямалетдинов, Рауил Ишморатов, Әҡсән (фамилияһын онотҡанмын) тигән егеттәр булды. Арабыҙҙа иң күбе ҡаҙаҡтар ине. Тағы ла урыҫтар, еврейҙар, немецтар, таджиктар, үзбәктәр хеҙмәт итте. Үҙ-ара дуҫ булдыҡ. Офицерҙар ҙа беҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды. Мине Ромка тип йөрөттөләр.
31-се майҙансыҡтағы заправка станцияһында ракеталарға яғыулыҡ ҡойоу ҡорамалдарының өлкән механигы булып хеҙмәт иттем. Беҙҙең бүлеккә ракетаны кәрәсин, азот, кислород, водород перекисы менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән ине. Мин водород перекисы өсөн яуаплы булдым. Тәртип ҡаты булды, һөйләшергә яраманы, һауа торошоноң ниндәй тороуына ҡарамай эшләнек. Йәй бик эҫе унда, дизентерия ауырыуы көсәйеп китә. Мине дизенфекция үткәреү буйынса уҡыттылар, шуның буйынса ла эштәр башҡарып йөрөнөм. Аҙаҡ кире часкә ҡайттым. Беҙ ҙә космонавтар һымаҡ махсус кейемдә йөрөнөк. Кораблде осорорға әҙерләгәндә тик офицерҙар ғына оҙатып йөрөнө, беҙгә кораблгә яҡын барырға ла, инергә лә яраманы. Осош айына ике тапҡыр тирәһе башҡарылды. Март, апрель айҙарында унда матур булып ләләләр сәскә ата. Уларҙы үтекләп, хат менән ауылға ебәрә инек, - тип хәтерләй әрме йылдарын Титов, Шаталов кеүек космонавтар менән осрашыу бәхетен татыған Рәмил ағай.
Мәктәптә уҡыған осоронда ҡурайҙа бер тапҡыр ғына уйнап ҡараған Рәмил ағай Байконурҙа ракета осҡандан һуң ҡалған тутыҡмай торған шланганан йәшереп кенә ҡурай эшләп ала. Хеҙмәттәштәренә унда уйнап та күрһәтә әле. Бөтәһе лә бейергә төшөп китә.
Йәйгеһен отпускыға ҡайтаралар. 2-3 көн әсәләре янында йәйләүҙә, тағы 1-2 көн ауылда булып, толҡа тапмай, кире әрмегә китә. Отпускылағы һалдатты часкә индермәҫкә тырышһалар ҙа, ныҡышып үтә һәм хеҙмәтен дауам итә Рәмил ағай. Ике йылын тултырғандан һуң да унда ҡалырға теләге була, әммә мөмкинлек килеп сыҡмай.
- Ҡайтҡас, Дәүләкәндә шоферға уҡып алдым да “Ҡыҙыл таң” колхозына уборкаға эшкә сыҡтым. Көҙгөлөккә яңы машинаға ултырттылар ҙа Кейекбайҙан эшселәрҙе барып алырға ҡуштылар. Һынап ҡаранылар, минеңсә. Ул яҡҡа юл ул замандарҙа бик алама ине. Өйрәкле тауын сыға алманым. Кире боролоп, тау аҫтындағы икенсе юлдан барып көскә сыҡтым. Эшселәрҙе ваҡытында алып ҡайтып еткерҙем.
Икенсе йыл Илеш районында уборкала йөрөнөм. Унда иген ташыныҡ. Эш хаҡы һәйбәт булды. 12 рейстан һуң 13-сөһөнә мең һум өҫтәп түләй торғайнылар, - ти эшкә әрһеҙ Рәмил ағай. Яҡшы хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙарына, миҙалдарға лайыҡ булған. Социалистик хеҙмәт ярышы еңеүсеһе булараҡ фотоһүрәте район үҙәгендәге Почет таҡтаһында ла эленеп тора.
Рәмил Ильяс улының хеҙмәт юлының байтаҡ йылдары төҙөлөштә үтә. Төҙөүсе-ташсы мастерына уҡып ала. 80-се йылдар аҙағында Байназарҙа мәҙәниәт йортон, 1986 йылда Мораҙымда, 1990 йылда Байназарҙа аҫмалы күпер, район үҙәгендә “Әбделмән” мәсетен, янғын һүндереү депоһын һәм башҡа биналарҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Артабан үҙ эшен асып, ЗИЛ йөк машинаһында райондаштарына Сибайҙан он, иген, шәкәр кеүек әйберҙәр ташып һата. Ул йылдарҙа һалымдар күбәйеп, тикшереүҙәр йышайғас, был эшен ташлап, кире төҙөлөш менән булышып китә. Пенсияға сыҡҡансы Өфө яҡтарында бура бурап, йорттар төҙөүҙә ҡатнаша.
Рәмил ағай бөгөнгө көндә улы Флорид менән Фидалиә ҡыҙына терәк-таяныс булып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәй. Ҡатыны Рима апай менән мал-тыуар аҫрап, күпләп йәшелсә-емеш үҫтереп, матур итеп донъя көтәләр.
Яңыраҡ 70 йәшен ҡаршылаған Байназар уҙаманына - Байконур һалдатына һаулыҡлы оҙон ғүмер насип булһын.