Бөтә яңылыҡтар

Нәскей байрамы быйыл йоҡоларҙан яҙҙырҙы...

Ишеттегеҙме әле, әхирәттәр, Нәскей байрамының сценарийы үҙгәргән быйыл. Модалар үҙгәреп тора шул, артынан өлгөрөп тә булмай. Бына тағы яңы мода сыҡҡан. Быйыл, баҡтиһәң, ирҙәргә 23 февралгә ябай носки бүләк итергә ярамай икән.

Нәскей байрамы быйыл йоҡоларҙан яҙҙырҙы...
Нәскей байрамы быйыл йоҡоларҙан яҙҙырҙы...

Табандырыҡлы носки модаға ингән! Табандырығы ла ниндәй бит! Аҡсанан! Үәт!

Темәс “Майғикмәге” тора, тиҙәр, был моданың башында. Донъя болғап ултыра инде шунда. Ошоға ҡәҙәр ябай нәскейгә лә риза булған ирҙәр быйыл табандырыҡлыһына өмөт итеп йөрөй, тейҙәр, шым ғына...

Ошоға тиклем ҡалай бәхетле булғанбыҙ – 25-30 һумлыҡ носки бирә лә ҡотола инек. Их, ошо “Майғикмәк”те. Майғикмәген генә ашап тик ятһа ла була бит, юҡ, донъя болғар кәрәк. Имеш, эсенә аҡса һалһалар, яҡшы булыр ине, тигән, тей. Күпме ҡатын-ҡыҙҙың күҙ йәшен түктерә...

Уф, тормош көндән-көн ҡатмаралаша, ивет, әхирәттәр...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: