Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Декабрь 2023, 08:00

Хәүефле һөнәр эйәләре

73-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часе хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереүҙән тыш, аварияларҙа, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн ярҙамға ашығалар.

Хәүефле һөнәр эйәләре
Хәүефле һөнәр эйәләре

27 декабрь - Рәсәйҙә ҡотҡарыусылар көнө

Янғын һүндереү бүлеге районда 1937 йылда барлыҡҡа килә. 2001 йылдан алып бүлек начальнигы вазифаһын Шамил Хәкимов башҡара.
Коллективта 35 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың барыһы ла махсус күнекмә һәм курстар үткән. Тәүлек һайын 7 хеҙмәткәр дежур итә. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡарамағында 3 янғын һүндереү машинаһы иҫәпләнә. Саҡырыу булғанда бер юлы 2 машина объектҡа сыға. 20 ауыл янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында ауылдарҙағы ирекле янғын һүндереү командаһы һәм ирекле янғын һүндереү дружиналары ярҙамға сығырға әҙерҙәр.
Фәйзуллин Илшат Рафаэль улы янғын һүндереү бүлегендә 1997 йылдан алып эшләй. 16 йыл ҡарауыл начальнигы булһа, хәҙер иһә янғын һүндереүсе. Иң тәжрибәле, тәүәккәл хеҙмәткәрҙәрҙең береһе булған ир-уҙаман үҙ эшен яратып башҡара, хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәй.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә аяҡ аҫтында. Беҙҙең бурыс – бәлә-ҡаза килгәндә халыҡҡа ярҙам итеү. Эшләү дәүеремдә күпте күрелде, ҡайһы саҡта саҡырыуҙарға яңғыҙыма йөрөргә лә тура килде. 30-40 градус һыуыҡтарҙа сығып китәһең, һыуланып, кейемдәр боҙланып, туңып йөрөгән саҡтар булды. Үлем, йәрәхәтләнеү осраҡтарын да күрәбеҙ. Үҙебеҙҙең ғүмергә хәүеф янаған мәлдәр ҙә була.
Бигерәк тә Яңы йыл осоро хәүефле. Бер ваҡыт таныш егеттең өйөндә янғын сығып киткән. Карауат аҫтында ятҡан телефонға ут ҡабып, ул матрасҡа тоҡанған. Йүгереп инеп, янған әйберҙәрҙе сығарҙыҡ. Һуңынан ғына асыҡланды – карауат аҫтында байрамға тип алынған петардалары булған.
Утты һүндереп, мәшәҡәтләнеп йөрөһәк, ут шуларға тоҡанып, ҡуша шартлар инек.
Хәүеф менән бәйле булһа ла, эшем бик оҡшай.
Коллектив һәйбәт. Барыһы ла тырыш, үҙ эштәренә яуаплы ҡараған егеттәр. Бигерәк тә Ғәлинур Хөсәйенов, Фәиз Сәитбаталов, Фәнис Теләүбаев, Камил Ҡәҙерғолов, Илдус Насыров, Илназ Байморатов, аталы-уллы Фәнил һәм Инсаф Ҡолдәүләтовтар эш тип янып торалар.
Халыҡҡа әйтер һүҙем шул – уяу булһындар, балаларҙы өйҙә яңғыҙҙарын ҡалдырмаһындар. Ата-әсәләр балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатһындар.
Электр селтәрҙәрен ваҡытында ҡарап, тикшереп торорға кәрәк. ГОСТ-ҡа тап килмәгән розеткалар, һүндергестәр ҡуйырға ярамай. Телефондарҙы көс йыйҙырған ваҡытта ҡулланмаһындар. Улар тиҙ ҡыҙып, янып китергә мөмкин, - ти Илшат Рафаэль улы.
Ғүмер юлын хәүефле лә, бик кәрәкле лә һөнәрҙәрҙең береһенә арнаған Илшат Фәйзуллиндың фиҙакәр хеҙмәте Маршал Чуйков миҙалы, юбилей миҙалдары менән билдәләнгән.
Тәүлек әйләнәһенә район халҡының хәүефһеҙлеге һағында тороусылар ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Һөнәри байрамығыҙ менән!

Автор:А. Уразаева
Читайте нас: