Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
22 Декабрь 2023, 09:00

Хеҙмәттәре халыҡ өсөн

Беҙҙең бурыс - ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итеү, ти энергетиктар. 

Хеҙмәттәре халыҡ өсөн
Хеҙмәттәре халыҡ өсөн

22 декабрь - Энергетиктар көнө.

Ишбулатов Рәмил Фәтих улы (һүрәттә) электр селтәрҙәре ойошмаһында үҙ эшен яуаплы башҡарған мастерҙарҙың береһе.
Электр селтәрҙәре ойошмаһына эшкә ул 2011 йылда килә. Башта “Байназар” участкаһында электромонтер булып эшләй, 2013 йылда “Бөрйән” участогына күсә. 2016 йылдан мастер вазифаһын башҡара. Уның биш хеҙмәткәрҙән торған бригадаһы һәр өйгә өҙлөкһөҙ электр энергияһын биреү өсөн яуаплы.

- Авария арҡаһында электр энергияhы менән тәьмин итеҙәә өҙлөктәр булған осрактарҙа беҙҙең бригада тиҙ арала ул урынды табып, авария эҙемтәләрен бөтөрә. Өҙлөктәр күпселек осраҡта электр сымдарына ағастар ҡолау, епшек ҡар йәбешеүе, йәшен арҡаһында килеп сыға, - ти Рәмил. Бынан тыш, үҙҙәренең участогына беркетелгән электр линияларына hәм уға ҡараған ҡоролмаларҙы график буйынса кәмендә йылына ике тапҡыр ҡарап сығып планда ҡаралған техник хеҙмәтләндереүҙәр үткәрелә, асыҡланған етешһеҙлектәр бөтөрөлә, эшләнгән эштәргә отчеттар бирелә.

36 хеҙмәткәр менән етәкселек иткән РЭС начальнигы Динар Әминев коллективтың эшенән ҡәнәғәт.

- Беҙҙең бурыс - Бөрйән районы ҡулланыусыларын сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итеү hәм яңы объекттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу. Быйыл да был бурысыбыҙҙы уңышлы үтәнек тип әйтә алабыҙ. Ҡоролмалар эшлектән сығыу сәбәпле килеп сыҡҡан өҙөклөктәр оператив рәүештә ҡыҫҡа ваҡытта бөтөрөлдө. Бүлеп биреүсе электр селтәрҙәренә, подстанция ҡорамалдарына техник хеҙмәтләндереүҙәр һәм капиталь ремонттар ваҡытында һәм тулы күләмдә эшләнде.

Электр селтәрҙәре ышаныслы эшләһен өсөн быйыл 23 гектар күләмендә Яуымбай-Мораҙым, Ҡурғашлы-Яңы Монасип-Тимер, Иҫке Собханғол-Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй-Мәҡсүт йунәлешендәге электр линияларынын трассалары таҙартылды. Электр энергияһының сифатын яҡшыртыу максатында Ырғыҙлы, Кейекбай, Яуымбай, Байназар, Иҫке Мөсәт, Килдеғол ауылдарында ҡайhы бер трансформаторҙар ҡеүәтлерәктәргә алмаштырылды. Яуымбай-Мораҙым, Байназар-Килдеғол юғары вольтлы электр линияларында 3 берәмек дистанцион идара ителеүсе һүндереү ҡоролмалары ҡуйылды.

Район үҙәгендәге ҡулланыусыларҙың бер өлөшөн планлы һүндереү осоронда ҡояш электростанцияһы аша электр уты менән тәьмин итергә мөмкинлек биреү өсөн быйыл “Бөрйән” подстанцияһында реконструкция эштәре башкарылды.

2023 йылда “Үҙән-Байназар” 110кВ линияһын төҙөү тамамланасаҡ. Был “Белорет-Туҡан” линияһында планлы ремонт эштәре башҡарғанда районды электр утынан оҙайлы ваҡытҡа өҙмәҫкә мөмкинлек бирә.

2023 йылда электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға 151 заявка ҡабул ителде, 113 объект электр селтәрҙәренә тоташтырылды. Уның өсөн 6 саҡрым  оҙонлоғонда яңы электр линиялары төҙөлдө, өҫтәлмә 4 трансформатор подстанциялары ҡуйылды.

Яңы Усман, Исламбай ауылдарында кәрәҙле бәйләнеште яҡшыртыу өсөн антенна мачталары тоташтырылды.

Электр селтәрҙәренә “Инсебикә” һәм “Күҙәмбәт” ял итеү урындарында, Мәндәғол ауылында яңы туризм объекттары,  Ҡолғана ауылы эргәhендә, Яуымбай ауылында һәм АБЗ янында етештереү майҙансыҡтары тоташтырылды, - тине Динар Роберт улы.

Энергетиктар көнөн Башҡортостандың энергетика һатыу (Башэнергосбыт)компанияһының Бөрйәндәге клиент офисы хеҙмәткәрҙәре лә билдәләй. 5 хеҙмәткәрҙән торған клиент офисы 7 меңдән ашыу ҡулланыусы гражданды һәм 288 юридик берәмекте хеҙмәтләндерә.
Клиент офисы етәксеһе Айнур Салауатов белдереүенсә, 2023 йылда район биләмәһендә 83 миллион һумлыҡ электр энергияһы (шуларҙың 44 миллионы халыҡҡа) һатылған. Быйылғы йылда улар ҡулланыусыларҙың бәйләнеш өсөн телефон һандарын базаға индереүҙе 6200-гә, электрон почта адрестарын 1600-гә еткергәндәр. 80 граждан извещениеларҙы электрон рәүештә ала. «Башэнергосбыт» сайтында шәхси кабинет аша түләүсе ҡулланыусылар күбәйгән. Клиент офисы электр энергияһынан тыш, һыуға, ТКО-ға һәм күп фатирлы йорттарға ремонт квитанциялары ебәрә. Офистың үҙендә электрға, һыуға, капиталь ремонтҡа түләү башҡарырға була.
Быйыл офис Яңы йылды яңы составта ҡаршылай. Граждандарҙы өлкән белгес Зөлхизә Алтынбаева, белгес Дилбәр Аҫылғужина, менеджер Фәнүзә Вәлиева (һүрәттә) хеҙмәтләндерә. Водитель Илдар Йәғәфәров төп эшенән тыш, хужалыҡ эштәрен башҡара.
-Ҡулланыусыларҙың электр энергияһы өсөн түләү кимәле республика буйынса сағыштырғанда бик ҡәнәғәтләнерлек түгел. Электр өсөн 90 көн түләмәгән осраҡта пеня һалына. Шуның өсөн дә район халҡын түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарырға саҡырам, - тине Айнур Шәкир улы.

Хеҙмәттәре халыҡ өсөн
Хеҙмәттәре халыҡ өсөн
Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: