Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2023, 09:00

Ҡәҙерле әсәйҙәр! Хөрмәтле инәйҙәр, өләсәйҙәр, һөйкөмлө ҡыҙҙар!

Бөрйән район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы исеменән һеҙҙең барығыҙҙы ла Әсәйҙәр көнө айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым.

Ҡәҙерле әсәйҙәр! Хөрмәтле инәйҙәр, өләсәйҙәр, һөйкөмлө ҡыҙҙар!
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Хөрмәтле инәйҙәр, өләсәйҙәр, һөйкөмлө ҡыҙҙар!

Һеҙҙең оҫта ҡулдарығыҙ ғаилә усағындағы утты һаҡлап ҡына ҡалмай, ә тыуған төйәгебеҙгә кәрәкле матди ҡиммәттәрҙе лә етештерә.
Көслө рухлы, эш урындарында талапсан, егәрле, эшсән, донъя көтөргә маһир ҡатын-ҡыҙ - етәксе әсәйҙәргә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Беҙҙең ауылдарҙа әҙәпле, йәшенә лә, олоһона ла ихтирамлы һәм иғтибарлы, кеселекле һәм кешелекле, үҙенән өлкәндәргә лә һүҙе үткән, кәңәше береккән апай-инәйҙәр, ағинәй дәрәжәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар, хөрмәтле әсәйҙәр бар. Улар йәштәрҙе тәрбиәләй, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай, балалар үҫтерә.
Ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙ кешелеклелек һәм изгелек, тыныслыҡ һәм һуғыштар туҡталһын өсөн барыһын да эшләйһегеҙ. Илебеҙҙәге хәүефле мәлдә һәр яҡшы башланғысты күтәреп алып ярҙам итәһегеҙ. Киләсәктә лә берҙәм һәм бергә булайыҡ!
Һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм уңыштар теләйем.
Р. Салауатова,
район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Автор:
Читайте нас: