Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2023, 08:30

Ҡәҙерле әсәйҙәр!

Әсә һүҙе менән иң йылы хистәр, яҡты хәтирәләр йәнәш килә. Олоғайһаҡ та, беҙ һәр саҡ әсәй йөҙөндә таяныс табабыҙ, шатлыҡ йәки хәсрәт килгәндә лә уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Уның һөйөүе беҙҙе ҡурсалай, көс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә.

Ҡәҙерле әсәйҙәр!
Ҡәҙерле әсәйҙәр!

Ноябрь айының һуңғы аҙнаһында иң матур байрамдарҙың береһе – Әсә көнө билдәләнә.
Әсә һүҙе менән иң йылы хистәр, яҡты хәтирәләр йәнәш килә. Олоғайһаҡ та, беҙ һәр саҡ әсәй йөҙөндә таяныс табабыҙ, шатлыҡ йәки хәсрәт килгәндә лә уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Уның һөйөүе беҙҙе ҡурсалай, көс бирә, тормош ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә. Ғаилә тураһында хәстәрлек, өй йылыһын булдырыу, ул һәм ҡыҙҙарын тәрбиәләү ҙә нәҡ әсәйҙәрҙең иңендә ята.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Матур байрам көнөндә Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ һәм рәхмәттәр әйтәбеҙ. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ысын геройҙар, Тыуған ил һаҡсыларын тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәргә еткерәм.
Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, шатлыҡлы көндәр һәм ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйем!
Ғ.М. Манапов,
район хакимиәте башлығы.

Автор:
Читайте нас: