Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
23 Ноябрь 2023, 15:10

Әсәләр нур сәсәләр

Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ  

Әсәләр нур сәсәләр
Әсәләр нур сәсәләр

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында бөгөн матур сара – Әсәйҙәр көнөнә арналған кисә үтте.

Физика-математика уҡытыусыһы Зөһрә Абдуллина үткәргән сара ике яҡлы әңгәмәгә ҡоролоп, бик файҙалы,мәғлүмәти яҡтан бай булды.

Алып барыусылар Гөлзифа Көмөшбаева менән Фәнгиз Сәғитов әсәйҙәрҙең бөйөклөгө, балаһы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр аҫыл заттар булыуы хаҡында күңелдәргә үтеп инерлек шиғырҙар уҡыны, матур фекерҙәр ишеттерҙе.

12-се төркөм уҡыусыһы Дилбәр Суфиянованың тасуири итеп шиғырҙар уҡыуы, 11-се төркөм егеттәре Руслан Абдуллин менән Тимур Ибраһимовтарҙың ҡурайҙа һыҙҙырыуы сараға йәм, йән өҫтәне.

Уҡыусылар әсәйҙәрҙең хаҡы, кеше тормошонда тотҡан урыны, уларға ҡарата мөнәсәбәт ниндәй булырға тейешлеге тураһында күп кенә хәҙистәр, парсалар, хикәйәттәр ишетте.

Улар    ижадҡа   килеү нисек булды, тәүге әҫәрҙәр   ҡасан һәм нисек яҙылды, суицид гонаһмы, теге –был эсемлектәр  хараммы, хәләлме, тигәнерәк үҙҙәрен борсоған һорауҙарға ла яуап алды.

Әсәләр нур сәсәләр
Әсәләр нур сәсәләр
Әсәләр нур сәсәләр
Әсәләр нур сәсәләр
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: