Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Ноябрь 2023, 08:30

Һаҡлыҡ банкы заман менән бергә атлай

1841 йылда тәрбиә һәм хәйриә маҡсатында Ойошторолған Рәсәй Һаҡлыҡ Банкы тиҙ арала илдең финанс системаһының төп элементтарының береһенә әйләнә һәм донъя рейтингына ла беренсе булып Рәсәй Һаҡлыҡ банкы эләгә.

Һаҡлыҡ банкы заман менән бергә атлай
Һаҡлыҡ банкы заман менән бергә атлай

12 ноябрь - Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре көнө

Район үҙәгендә урынлашҡан Һаҡлыҡ банкының офисында 4  хеҙмәткәр - офистың етәксеһе Оксана Ишдәүләтова һәм белгестәр Ләйлә Ишҡолова, Илнара Әхмәтова, Тәнзилә Ғүмәрова эшләй. Ҡыҙҙар барыһы ла үҙ эштәрен бик яратып, намыҫ менән үтәй. Аҡса алыу, күсереү, кредит, башҡа төрлө түләүҙәр, пластик карталар буйынса йүнәлтмәләр биреп, аңлатып, мөрәжәғәт иткән һәр кемгә ярҙам итәләр.

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн Иҫке Собханғолда Һаҡлыҡ банкының 3 банкоматы урынлаштырылған.

Әйткәндәй, бөгөнгө көндә 14 йәштән өлкәндәр генә түгел, 6 йәшлек балаларға ла карта астырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн ата-әсәләргә “Сбербанк” ҡушымтаһына инеп, “Кошелек” бүлегендә балалар картаһын һайлап, заказ бирергә кәрәк. Уның тышына һүрәтте бала үҙе теләгәнен һайлай ала. Карта эшләнеп, тейешле бүлексәгә килгәс, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы менән барып алырға мөмкин. Карта тулыһынса ата-әсә контролендә буласаҡ.

Рәсәй Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре бөгөн үҙҙәренең клиенттарына - физик һәм юридик шәхестәргә банк хеҙмәттәренең киң спектрын тәҡдим итә. Бында аҡса ебәрергә, банк карталары, сит ил валюталары, ҡиммәтле металдарҙан тәңкәләр менән эш итергә һәм башҡа төрлө операциялар башҡарырға мөмкин. Республиканың һәр кешеһе тиерлек уның клиенты булып тора.

Автор:А. Уразаева.
Читайте нас: