Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Ноябрь 2023, 08:30

Именлек һәм тәртип һағында

59 кешене берләштергән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара, һөнәри байрамдарын лайыҡлы ҡаршылай.

Именлек һәм тәртип һағында
Именлек һәм тәртип һағында

Бөгөн - Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

-Хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан быйылғы йылдың 10 айында төрлө  хәл-ваҡиғалалар тураһында 1731 ғариза теркәлгән. Был күрһәткес былтырғы йылдың ошо арауығы менән сағыштырғанда 23-кә кәмерәк. Ә теркәлгән енәйәттәр һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда 17-гә артҡан. Шуға ҡарамаҫтан енәйәттәрҙе асыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Ағымдағы йылдың 10 айында ул 78,7% тәшкил итте.

Эске эштәр бүлеген яңы кадрҙар менән тулыландырырға, үҙебеҙҙең райондаштарҙы эшкә алырға тырышабыҙ. Стресҡа бирешмәүсәнлек, физик һәм рухи яҡтан көслө, һау-сәләмәт булыу беҙҙең эштә бик мөһим.  Форсаттан файҙаланып, йәштәрҙе эшкә саҡырам. Әле оператив дежурныйҙар ярҙамсылары, ваҡытлыса тотоу изоляторы хеҙмәткәрҙәре, тәфтишселәр, водителдәр талап ителә.

Бөгөн йәмғиәт беҙгә юғары талаптар ҡуя. Граждандар өсөн полиция формаһындағы кеше үҙендә власть, закон, ғәҙеллекте һынландыра, урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең именлеге, уларҙың үҙ хәүефһеҙлеге өсөн ышанысы тап беҙгә бәйле. Үҙебеҙҙең эшкә яуаплы ҡарауыбыҙ, һәр кемдең проблемаһына иғтибарлы булыуыбыҙ, иң мөһиме - грамоталы һәм һөнәри оҫталыҡҡа эйә эшебеҙ менән халыҡ ышанысын яулай һәм уны тейешле кимәлдә тота аласаҡбыҙ.

Район эске эштәр бүлегендә үҙ бурыстарын лайыҡлы алып барған, тәжрибәле полиция хеҙмәткәрҙәрен билдәләп үтергә кәрәк: тәфтиш бүлеге начальнигы, полиция майоры Гүзәл Шафиҡова, начальник урынбаҫары, кадрҙар буйынса белгес Ильяс Ғәлин, миграция пункты начальнигы, полиция капитаны Юлиә Ҡарағолова, оператив дежурный, полицияның өлкән лейтенанты Ғәзиз Ҡулбирҙин, участка уполномоченныйҙары  бүлеге начальнигы, полиция майоры Рифат Ырыҫбаев, тәфтиш-оператив төркөмө водителе Инсур Ишморатов. 

Барлыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарыбыҙҙы Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, һөнәрегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙҙы теләйем.

Киләсәгебеҙ тыныс, районда оператив хәл-торош һәр ваҡыт тотороҡло һәм имен булһын, - тине Линар Сәлмән улы.

Автор:Г. Хафизова.
Читайте нас: